Йәмғиәт
8 Марта 2020, 18:55

"Өйгә ҡайтырға аҡсам юҡ ине"

Шуға сит машинаны урлап алып китә, уны алты меңгә һатып та ебәрә...

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөләге Ленин районы биләмәһенән билдәһеҙ кеше ВАЗ-21213 автомобилен ҡыуып алып киткән.

Бер ир туҡталҡала үҙ автомобилен тапмағас, полицияға мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Хоҡуҡ һаҡсылары был ваҡиға буйынса шикле егетте "эҫе" мәлендә эләктереүгә өлгәшә - ул элек тә автотранспорт алып ҡасҡаны өсөн бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән 21 йәшлек Өфө кешеһе булып сыға. Енәйәт өҫтөндә тиерлек тотолғас, бурға ғәйебен таныуҙан башҡа сара ҡалмай.

Һорау алғанда был ҡылығына уғры шундай аңлатма биргән: "Миңә тиҙ генә өйгә ҡайтып етергә кәрәк ине, тик автобусҡа юл хаҡын түләргә аҡса булманы, шуға Черниковкаға тиклем сит кешенең машинаһын файҙаланырға ҡарар иттем".
Ул урамдағы туҡталҡала ҡалдырылған "Нива" машинаһының ишеген емереп инеп, уны туранан-тура тоҡандыра ла ултырып китә. Бының менән генә туҡтамай әле: теләгән еренә барып еткәс, урланған машинаны осраҡлы бер иргә - Иглин районы кешеһенә - 6 мең һумға "осора".

Кеше мөлкәтенә ҡул һуҙған егеткә ҡарата енәйәт эше асылған, үҙе әлеге мәлдә һаҡ аҫтында, автомобиль тартып алынған.

Бурҙар кешенең уяулығын ял һәм байрам көндәрендә лә һынай, һаҡ булығыҙ, ти хоҡуҡ һаҡсылары.

фото: v-kyrse.ru
Читайте нас