Йәмғиәт
10 Марта 2020, 06:00

“Бағаналай ирҙәрҙе атып ҡына бәрә минең ҡатын”

Ә бынан дүрт йыл элек ул банкта документтарҙан башҡа бер ниндәй ауыр әйбер күтәргәне лә юҡ ине. Тик хәрби кейем офистағы дресс-кодтан яҡыныраҡ тойола Илинаға.

Илинаны урамда осратһаң, был һөйкөмлө ҡыҙҙың яурын аша һикһән килограмлыҡ ирҙәрҙе еңел генә атып бәреүенә ышанырлыҡ түгел. Ә бынан дүрт йыл элек ул банкта документтарҙан башҡа бер ниндәй ауыр әйбер күтәргәне лә юҡ ине. Тик хәрби кейем офистағы дресс-кодтан яҡыныраҡ тойолдо.
Илина спорт менән мәктәптән үк дуҫ булһа ла, көрәш менән бер ҡасан да шөғөлләнмәне. Тәүге күнекмәнән Волга буйы федераль округында үткән чемпионаттағы еңеүгә тиклем ни бары ике аҙна уҙа. Ә бер нисә айҙан спорт мастерлығына кандидатлыҡҡа норматив тапшыра.
Илинаны "Росгвардия"ға ире Александр алып килә. Хәрби хеҙмәт ир-атҡа ла еңел бирелмәй, ә ҡатын-ҡыҙға күнегеүе тағы ла ҡатмарлыраҡ. Ул өс ай эсендә үҙ кешегә әүерелә, матур күлдәген хәрби кейемгә алмаштырыуына һис тә үкенмәй ул. Ир-атты ҡыҙыҡһындырған бөтә яңылыҡ "Росгвардия"ның махсус тәғәйенләнештәге М. Шайморатов исемендәге Өфө отрядының хәрби хеҙмәткәрен битараф ҡалдырмай. Тик ул хәрби ҡатын-ҡыҙҙарға граната ырғытырға рөхсәт итмәүҙәренә риза түгел.
Тормош иптәше ҡатыны менән бергә хеҙмәт итеүенән бик ҡәнәғәт. ”Мин, “аҫыл затҡа армияла урын юҡ”, тигән һүҙ менән риза түгелмен”, - ти Александр Петров.
Фото: Bash.News
Читайте нас