Йәмғиәт
10 Марта 2020, 18:40

"Үҙәк етәксеһе ял көндәрендә лә килеп ҡарай"

Мәскәүгә ебәрелгән йәш әсә Айгөлдөң хәле нисек?

Операция ысулы менән балаһын алғандан һуң комаға киткән йәш әсә Айгөл тураһында быға тиклем хәбәр иткәйнек. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында уны Мәскәүгә махсус борт менән оҙатҡайнылар. Ниһайәт, ҡатындың хәле яҡшыра башлаған.

Кулаков исемендәге Гинекология, перинатология һәм акушерлыҡ буйынса милли медицина үҙәгендә Айгөлгә ике көн элек операция яһағандар. Туғандары белдереүенсә, ул команан сығарылған, ИВЛ аппаратынан да алынған.

"Әле Айгөлдөң хәле тотороҡло, үҙәктең етәксеһе Роман Шмаков ял көндәрендә лә килеп ҡарап, хәлен белеште Һәм бөтәһе лә яҡшы буласаҡ тип өмөтләндерҙе", - ти ире Борис.

Әлегә табиптар инфекцияның башланған ерен билдәләргә тырыша. Республика перинаталь үҙәгендә кесарь киҫеме операцияһынан һуң ҡатындың температураһы күтәрелеп, хәле насарая, сепсис башлана.

Ярай әле, бәхеттән, бөтә нәмә уңай килеп, Мәскәү табиптары ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙҙы. Тәжрибәле табиптар фекеренсә, дауаланыуҙың бер айҙан ярты йылға тиклем һуҙылыуы мөмкин.

Ҡурҡыныс мәлдәр артта ҡалғандыр тип ышанғы килә. Айгөлдөң тулыһынса һауығып аяҡҡа баҫыуын теләйбеҙ.

Фото: "КП Уфа".
Читайте нас