“Лиза Алерт” эҙәрмәндәре ҡала уртаһында юғалған пенсионерҙың туғандарын, яҡындарын эҙләй. Ҡатындың медицина ярҙамына мохтажлығы билдәле, тип хәбәр итә "Горобзор.ру". Хәтере тарҡау, ҡайҙан килеүен иҫләмәй.
Айырым билдәләре: уртаса кәүҙәле, буйы 160 сантиметр, сал сәсле, ҡуңыр күҙле. Күкһел оҙон куртка, ҡыҙыл-көрән төҫтәге халат кейгән, аяҡтарында галуш, башында йәшел яулығы бар. Белеүселәр булһа, мотлаҡ ошо телефондарға шылтыратығыҙ: 8-800-700-54-52 йәиһә 8-917-798-23-88.