Глеб Колонских үҙенең Youtube каналындағы "Доступная среда" проектын тормош юлында ауырлыҡтарға осрап, һәр бер аҙымы геройлыҡҡа тиң булған кешеләргә ярҙам итеү маҡсатында ойошторған.
Уның тәүге геройы - Өфөлә йәшәгән Тамара. Өс йәшендә генә полиомиелит ауырыуы менән сирләп китеп, ғәрип булып ҡала ул. Әммә 3-сө төркөм инвалиды булыуға ҡарамаҫтан, 25 йыл буйы хеҙмәт итә. Аҙаҡ сире аҙып, тамам ауырлаша башлағас, өйҙә диспетчер булып эшләй. Әлеге мәлдә ҡатындың бер ҡулы ғына хәрәкәтләнә.
Ун йыл элек Тамараның өйө авариялылар исемлегенә эләгә, һәм уға ике вариант торлаҡ тәҡдим итәләр. Беренсеһенең пандустары яҡшы булһа ла, бик бәләкәй, коляска менән йөрөү уңайһыҙ була. Шунлыҡтан Тамара, унан баш тартып, икенсеһен һайлай. Әммә иркен фатирҙа тотҡонда тороп ҡала. Пандустары дөрөҫ эшләнмәү сәбәпле, тышҡа бөтөнләй сыға алмай. Урамды уға тик форточка аша ғына күҙәтергә тура килә.
Ҡазаланған осраҡтарында бигерәк тә ауырға тура килә шул уға. Әле яңыраҡ аяғын һындырған, ярҙамға хатта табиптар менән бергә ҡотҡарыу хеҙмәтен дә саҡырырға тура килгән.
Тамара уңайлыраҡ торлаҡҡа дәғүә итеп, хатта судта ла еңеп сыға, тик әлегә тормошонда ыңғай яҡҡа үҙгәреш юҡ. Ул һаман да үҙ "төрмәһендә". "Тотҡондарҙы ла бит тышҡа һауа һуларға сығаралар..." - тип көрһөнә бисара ҡатын.