Башҡортостандың Дыуан районында фажиғәле хәл теркәлгән: үҙенең ишек алдында йәш ирҙе ер баҫҡан.
Ул ихатаһындағы ҡоҙоҡто яңынан үҙгәртеп йөрөгәндә ҙур бәхетһеҙлеккә тарый, өҫтөнә тупраҡ өйөмө ишелеп төшә. Был турала "Комсомольская правда" хәбәр итә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, медиктар уға бер нисек тә ярҙам итеп өлгөрә алмай, ҡотҡарыусылар аҫтан тартып сығарғанда ир үлгән була. Был хәл байрам көндө - 8 мартта Дыуан ауылының Пионер урамында була. Әлеге ваҡытта үлем сәбәбен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы үткәрелә.