Йәмғиәт
12 Марта 2020, 18:00

"Әсәйем үҙ ҡулдарымда мәрхүмә булды..."

Ләйсән Үтәшева ауыр кисерештәре менән бүлеште.

"Бына инде һигеҙ йыл... Әсәйем 11-енән 12 мартҡа ҡарай ҡулдарымда мәрхүмә булды... Бик йәшләй һәм иртә китте... Иң ҡурҡынысы - нимә эшләргә лә белмәү, ысынбарлыҡты ҡабул итә алмау, был бары тик төш һәм был минең менән түгел кеүек... Ваҡыт дауаламай..." - тип ауыр кисерештәре менән бүлешкән Инстаграмдағы сәхифәһендә Ләйсән Үтәшева.

Нәфис гимнастика буйынса спорт мастеры, билдәле алып барыусы, яҡташыбыҙ әсәһенең һуңғы минуттары хаҡында бәйән иткән. Эйе, уның әсәһе Зөлфиә Үтәшева бик йәшләй һәм бик ҡапыл инфаркттан вафат булған. Ә бит ул быға тиклем һаулығына зарланмаған да.

Изге йән - әсәйҙе юғалтыу һүҙ менән әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ҙур ғазап. Быны башынан үткәргән һәр кем аңлай...

Фото: instagram.com
Читайте нас