Йәмғиәт
13 Марта 2020, 16:55

Ағиҙелдә батып үлгән

Әле йылға-күлдәр боҙҙан асыла ғына башланы, әммә иртә яҙ менән һыуға батыу осрағы теркәлде.

112 ҡотҡарыу хеҙмәтенә Белорет районының Сермән ауылында Ағиҙел йылғаһы эргәһендәге йырын аҫтында ир кешенең ултырыуы һәм ниндәйҙер мәлдә уның ҡапыл күҙҙән юғалыуы тураһында хәбәр килә. Ҡотҡарыусыларға ваҡиға шаһиты шылтырата.
“Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре юғалған кешене эҙләргә йүнәлә. Водолаздар 1964 йылғы ирҙең үле кәүҙәһен һыу аҫтынан табып, полицияға тапшырған”, - тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Ир кеше иҫерек булған тип фаразлана. Фажиғә сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү эше бара.

Әле йылға-күлдәр боҙҙан асыла ғына башланы, әммә иртә яҙ менән һыуға батыу осрағы теркәлде. Яҙғы ташҡын мәлендә айырыуса һаҡ булайыҡ!
Фото: БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сайтынан.
Читайте нас