Республикабыҙҙа күркәм һәм таҙа ҡалалар бихисап. Яңауыл –шуларҙың береһе. Урындағы халыҡ ҡалаларын бик ярата, ул төҙөк һәм йәшәүгә уңайлы булһын өсөн бар көсөн һала.
Бөгөн ҡаланың матурлығына туранан-тура мөнәсәбәте булған “ЯнаулБлагоустройство” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән яҡынданыраҡ таныштырмаҡсыбыҙ. Ҡала урамдарында уларҙың ҡулы теймәгән урындар юҡтыр. Юлдарҙың һәм тротуарҙарҙың төҙөклөгө, парк һәм скверҙарҙың йәшеллеге, Яңауылдың яҙҙан алып көҙгә тиклем сәскәгә күмелеп ултырыуы, ял итеү өсөн уңайлы һәм зауыҡлы урындар – барыһы ла уларҙың тырышлығы һөҙөмтәһе.
Йәмғиәттең директоры Алмас Фәйзуллин белдереүенсә, коллективта 60 кеше хеҙмәт итә. – Беҙҙең эштәрҙе һанай китһәң, улар бик күп. Юлдарҙы төҙәтәбеҙ, ҡыш урамдарҙы ҡарҙан таҙартабыҙ. Газондарҙы тәртиптә тотоу, уларға сәскәләр ултыртыу ҙа беҙҙең бурыс, – ти Алмас Йәғәфәр улы.
Әлбиттә, уларҙың эшмәкәрлеге бының менән генә сикләнмәй. Иҫкергән ағастарҙы ҡырҡалар, яңыларын ултырталар. Башлыса тирәк, миләш, ҡайын, шыршы кеүек ағастарға өҫтөнлөк бирелә. Предприятие ҡала урамдарын йәшелләндереү менән дә шөғөлләнә тигәйнек. Был – мөһим йүнәлештәрҙең береһе.
Предприятиеның сәскә үҫтереү өсөн махсус теплицаһы бар. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында теплица булдырған башҡа предприятиелар юҡтыр ҙа әле. Бында эштәр ҡыш уртаһында башлана. Көндәр йылыта башлау менән үҫентеләрҙе ҡала урамдарына сығарып ултырталар. Улар һалҡын көҙ еткәнсе бар халыҡты шатландырып үҫә. Әйткәндәй, үҫентеләрҙе һатыуға ла ҡуялар.
Башҡа хәстәрлектәре лә күп йәмәғәт хеҙмәткәрҙәренең. Йәшелләндереүҙән тыш, улар юлдарҙы тәриптә тотоу һәм ремонтлау менән шөғөлләнә. Бының ни тиклем ауыр һәм яуаплы икәнлеген һәр кем аңлай. Улар барлығы 170 километр юл өсөн яуаплы. Бынан тыш тыҡрыҡтар, тротуарҙар, күперҙәр ҙә уларҙың иңендә. Юл билдәләрен яңыртыу, арт-объекттар эшләп ҡуйыу улар өсөн бер ни тормай. Йәй көндәре иһә эштәр тағы ла арта. Көндәлек хеҙмәт менән бер рәттән төҙөкләндереү объекттарын ремонтлау, техниканы ҡышҡылыҡҡа әҙерләү өҫтәлә.
Һәр предприятие хеҙмәткәрҙәре менән дан тота. “ЯнаулБлагоустройство” ла оҫта белгестәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Бында бөтәһе биш бригада тупланған. Араларында йәшелләндереүселәр, юл эшселәре, төҙөкләндереүселәр, водителдәр, механизаторҙар бар. Уларҙың барыһы лә тәжрибәле, үҙ эшенең ысын оҫтаһы. Мәҫәлән, йәшелләндереү бригадиры Луиза Кәлимуллина, механик Илшат Әхмәтйәнов, сәскә ултыртыусылар Альбина Хужина, Любовь Садиахметова, Илмира Әхмәтйәнова, Резида Мөкминова, өлкән мастер Шәйхинур Шәйхетдинов, баш бухгалтер Люция Вәлиева һәм башҡа бик күптәрҙе билдәләне предприятие директоры Алмас Йәғәфәр улы.
Тырыш хеҙмәт иғтибарһыҙ ҡалмай, әлбиттә. Ҡаланы йәшелләндереүҙәге тырышлыҡтары өсөн улар күп тапҡырҙар район һәм ҡала хакимиәтенең Почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Предприятие өлгәшелгән уңыштарҙа туҡтап ҡалырға йыйынмай, киләсәккә ҡарап эшләүен дауам итә, ә яңауылдар уларға бик рәхмәтле. Матур һәм төҙөк урында йәшәүе лә күңелле бит.