Республиканың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды 18 мартҡа тиклем граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашҡан һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында субсидия рәүешендә Башҡортостан Башлығы гранттарына конкурста ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә.
Бәйге туғыҙ йүнәлеш буйынса уҙғарыла. Улар араһында – фән һәм мәғариф, граждандарға социаль ярҙам һәм яҡлау, ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа булышлыҡ итеү, мәҙәниәт, сәнғәт һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, хайуандарҙы яҡлау һәм улар өсөн уңайлы йәшәү мөхите булдырыу, йәштәр сәйәсәте, милләт-ара һәм дини-ара татыулыҡты нығытыу, граждандарҙың хоҡуғын яҡлау һәм граждандар йәмғиәте институттарына булышлыҡ итеү, һаулыҡ һаҡлау, сәләмәт тормошто, физик культураны һәм спортты пропагандалау. Проекттарҙың йүнәлеше һәм тематикаһы, конкурста ҡатнашыусыларға талаптар, грант биреү шарттары һәм тәртибе тураһындағы ентеклерәк мәғлүмәт grant.openrepublic.ru сайтындағы “Конкурстар” бүлегенең “Документтар” киҫәгендә бирелгән.
Конкурсҡа ғаризаны әҙерләгәндә тәү сиратта Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең һәм Рәсәй Юстиция министрлығының территориаль органдарынан белешмә ҡағыҙҙары алырға кәрәк. Башҡортостандың Юстиция министрлығынан 13 мартта көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем белешмәгә заказ бирһәгеҙ, уны ваҡытында өлгөртәсәктәр. Белешмәне Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95/1-се йортҡа шәхсән мөрәжәғәт итеп йәки ru03@minjust.ru электрон почтаһы аша алыу мөмкинлеге бар.