Йәмғиәт
13 Марта 2020, 10:00

Үлемендә кем ғәйепле?..

Өфөнөң күп ҡатлы йорттарының береһендә йәш ҡыҙҙың кәүҙәһе табылған, әлегә уның был донъянан үҙ теләге менән китеүе генә билдәле. Ул ғаиләлә берҙән-бер бала булған.

Өфөнөң күп ҡатлы йорттарының бер фатирында йәш ҡыҙҙың кәүҙәһе табылған, әлегә уның был донъянан үҙ теләге менән китеүе генә билдәле. Ул ғаиләлә берҙән-бер бала булған.

Валерия Ц.-ны был аҙымға нимә этәргәндер, аңлашылмай. Яуапһыҙ мөхәббәтме, финанс мәсьәләһеме, туғандар араһындағы аңлашылмаусанлыҡмы... Был һорауға бер кем дә яуап таба алмаясаҡ, ул китте, үҙе менән бөтә проблемаларҙы алып китте

Аяныслы ваҡиға көнөндә ҡыҙ фатирында яңғыҙы ғына була. Һәм Валерия ошонан файҙаланып, үҙ-үҙенә ҡул һала.
Валерияның әхирәттәре һаман булһа аптырашта, уның был аҙымға нимә сәбәпсе булыуын улар әлегә аңлап етмәйҙәр. Дуҫ ҡыҙҙары Валерияны туғандары үтә ныҡ яратыуын билдәләй.
«Ул китте, бер кемгә бер нәмә хәбәр итмәй китте. Ул йыш ҡына депрессияла ине. Әсәһе уны өҙөлөп яратты, уның тураһында ҡайғыртты... Китте, бер ниндәй ҙә яҙыу ҡалдырмайынса. Беҙҙеңсә, Валерияның бындай аҙымға барыуына мөхәббәт ғәйепле түгел. Бәлки, башҡа сәбәбе барҙыр, әммә беҙ белмәйбеҙ", - ти әхирәттәре.

Дуҫтары ла Валерияның һуңғы ваҡытта үҙ-үҙенә бикләнеүсән, йомоҡ булыуын билдәләп: "Уны ниндәйҙер билдәһеҙ сәбәп был аҙым яһарға этәргәндер, күрәһең. Бик изге күңелле ине ул, тормошто яратты. Әммә бөгөн килеп уның яҡты донъянан китеүен ишетеп шаҡ ҡаттыҡ", - тиҙәр.

Валерияны Шаҡша биҫтәһендә ерләгәндәр. Уны һуңғы юлға оҙатыуға күпләп халыҡ йыйылған. Социаль селтәрҙәрҙә дуҫтары, туғандары һаман булһа: "Һине яратабыҙ. Иҫләйбеҙ. Һинең китеүең беҙҙең өсөн бигерәк ауыр" тип яҙалар.

Әлбиттә, йәшләй генә яҡты донъяларҙы ҡалдырып, туғандарын ҡайғыға һалған Валерияның ауыр тупрағы еңел булһын. Туғандарына сабырлыҡ теләйек.
Читайте нас