Йәмғиәт
13 Марта 2020, 08:30

Намыҫлыға халыҡ ышана

Һуңғы йылдарҙа илдең коммуналь-хужалыҡ тармағында ҙур үҙгәрештәр бара. Етешһеҙлектәр, уңышһыҙлыҡтар аҙ түгел. Бигерәк тә тарифтарҙың үҫеүе, күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифаты халыҡта дәғүәләр тыуҙыра. Шәхси ҡулдарға күскән тармаҡ хәлдәре йыш ҡына предприятие хужаларының намыҫлылығына, эшлеклелегенә, хатта кешелеклелегенә һәм илһөйәрлегенә лә бәйле.

Һуңғы йылдарҙа илдең коммуналь-хужалыҡ тармағында ҙур үҙгәрештәр бара. Етешһеҙлектәр, уңышһыҙлыҡтар аҙ түгел. Бигерәк тә тарифтарҙың үҫеүе, күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифаты халыҡта дәғүәләр тыуҙыра. Шәхси ҡулдарға күскән тармаҡ хәлдәре йыш ҡына предприятие хужаларының намыҫлылығына, эшлеклелегенә, хатта кешелеклелегенә һәм илһөйәрлегенә лә бәйле.
Балтас районының Иҫке Балтас ауылында урынлашҡан “Коммуналь хужа­лыҡ” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте һәм уның директоры Фәдис Ибра­һимов шундайҙар иҫәбендә. Йә­шәгән төйәген, шундағы халҡын ҡайғыртҡан эшҡыуар пред­приятиеһы күрһәткән хеҙмәт­тәрҙең сифатына ла, хаҡтарҙың тейешле күләмдә дөрөҫ түләнеүенә лә талапсан ҡарай.
Предприятиеның эшмә­кәр­леге күп тармаҡлы. Ул районда инженерлыҡ инфраструк­тура­һының өҙлөкһөҙ эшлә­үенә тос өлөш индерә. “Коммуналь хужа­лыҡ” йәмғиәте йылылыҡ энер­гияһы етештерә һәм Иҫке Бал­тастағы күп фатирлы 19 йортто, мәктәпте, балалар баҡса­ларын, район үҙәгендәге бөтә учреж­дениеларҙы йылы менән тәьмин итә. Предприятие ҡара­мағын­дағы йы­лылыҡ селтәрҙә­ренең оҙонлоғо – 9,8 километр.
Йәмғиәт район үҙәгендәге пред­приятие һәм ойошмаларҙың инженерлыҡ сел­тәрҙәрен техник хеҙмәтләндерә, уларҙы эсәр һыу менән дә тәьмин итә. Ра­йонда һыу үткәргестәрҙең дөйөм оҙонлоғо – 75 километр, шулар­ҙың 61 километрын “Коммуналь хужалыҡ” хеҙмәтләндерә. Кран­дарҙа һыу һәр саҡ булһын, тә­би­ғәт­тең ҙур байлығын юғал­тыуға юл ҡуйылмаһын өсөн, селтәрҙәрҙе йыл һайын яңыртырға тырышалар.
“Урындағы башланғыстарға булыш­лыҡ итеү” програм­ма­һына ярашлы, ике яңы скважина ҡаҙылған, тирә-яғы төҙөкләндерелгән.
“Коммуналь хужалыҡ” йәм­ғиә­те 333 фатирҙы, 1926 шәхси йортто хеҙмәт­ләндерә. Уларҙа йәшәгән кешеләргә уңайлы көнкүреш шарттарын булдырыу өсөн торлаҡ-коммуналь хужа­лыҡ хеҙмәткәрҙәре йыл әйлә­нәһенә тырыша. Йылытыу миҙгеле яҡынлашҡанда сел­тәр­ҙәрҙе әҙерләү менән мәшғүл булалар. Яҙҙан йәй аҙағына ҡәҙәр бара ул эштәр. Әлеге миҙгелгә әҙерләнгәндә лә инже­нерлыҡ селтәрҙәрендә ҙур ремонт баш­ҡарылған. Үҙәк ҡаҙанлыҡҡа 206 мең һумлыҡ яңы селтәр насосы алып ҡуй­ғандар, селтәр­ҙәрҙәге, үҙәк ҡаҙан­лыҡ­тағы ремонт кәрәк-ярағына, йылылыҡ селтәрҙәрен изоляциялауға 62 мең һум аҡса киткән. Бында ла, бөтә ерҙәге кеүек, йылылыҡ һәм һыу селтәрҙәре ярайһы уҡ иҫкергән. Мәҫәлән, йыл һайын йылылыҡ селтәрҙәренең 5 процентына капиталь ремонт үткә­релә килә. Был эштең смета ха­ҡы яҡынса 3,5-4 миллион һум.
Республика бюджеты иҫәбенә ике ҡаҙанлыҡ ремонтланған, уларҙың төтөн торбаһы алмаш­тырылған. Үҙҙәренең иҫәбенә үҙәк ҡаҙанлыҡтың ҡыйығын рекон­струкция­лағандар.
Йәмғиәттә хеҙмәт вазифаларын һәм бурыстарын ҙур яуап­лылыҡ тойоп башҡарған һөнәр эйәләре тупланған.
– Предприятиебыҙҙың эш даирәһе киң, шуға белгестәргә һәм хеҙмәткәрҙәргә талаптар юғары. Заманса ҡорамалдар һәм йыһаздар менән эш итеү уларҙан белем, оҫталыҡ, зирәклек, сослоҡ талап итә. Беҙҙә ошо талаптарға яуап биргән кешеләр эшләй, – ти предприятие директоры Фәдис Ибраһимов.
Етәксе Фәдис Ибраһимов байтаҡ йылдар транспорт системаһында эшләгән, БР-ҙың атҡаҙанған транспорт хеҙмәт­кәре. Баш инженер Роберт Әмирйәнов, баш бухгалтер Альбина Ғәлимова, баш экономист Булат Дәүлитов, баш энергетик Радик Ибәтуллин шулай уҡ 25 йыллыҡ хеҙмәт стажлы механик Нәзиф Дәү­ләтов, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе Владислав Саитов, бухгалтер Альмира Исмаева, машинист-экскаваторсы Радик Ахунов, йылылыҡ селтәрҙәренең участка мастеры Барый Кәшфиев кеүек яуаплы, уңған белгестәр һәм хеҙ­мәткәрҙәр булғанда, коммуналь хеҙмәттәр селтәре ышаныслы ҡулдарҙа.
Йылылыҡ энергияһына һәм һыуға ихтыяж йылдан-йыл үҫә. “Коммуналь хужалыҡ” йәм­ғиәте яҡын киләсәктә Иҫке Балтастағы яңы биҫтәне һыу үткәргес селтәренә тоташ­ты­рырға, ауылдың көнсығышында яңы һыуалғыс төҙөргә йыйына. Тырыш коллектив менән уның эшлекле етәксеһе был маҡсат­тарға ла өлгәшер, әлбиттә.
Читайте нас