Йәмғиәт
13 Марта 2020, 10:10

Сыйырсыҡ моңо

“Ғүмерем буйы һине уйлап йәшәнем...”

Хәсән ҡарт күҙҙәрен асты ла ҡараңғылы-яҡтылы өйөнөң түбәһенә ҡараны. Үҙе лә һиҙмәҫтән, ирендәрен сапылдата-сапылдата түбә таҡталарын һанап китте. Бер, ике, өс... Уның йоҡонан уянып, күҙҙәрен асҡас, уларҙы һанау ғәҙәте бәләкәйҙән ҡалған, һаман арына алмай.


Оҙаҡ ҡына үҙенә ҡарап торғандан һуң ағарған сәс, һаҡал-мыйығын һыйпап ҡуйҙы. “Бөгөн матурланырға кәрәк, килеп сығыуҙары бар”, – тип һөйләнеп, плитә өҫтөндәге ҡомғанын алып, тышҡа сыҡты.
Хәсән ҡарт асылып килгән офоҡҡа ҡарап, бынан һикһән йыл элек һабан һөрөп йөрөгән сағын иҫенә төшөрөп торҙо. Үҙенең ун йәшлек сағын һағыныуҙанмы, ҡыҙғаныуҙанмы, күңеле тулды. Күҙҙәрен сылт-сылт йомғолап алды. Әтәстең көслө итеп “кикирикүк” тип һөрән һалыуына һиҫкәнеп китте. Ай, Алла, тип ергә ҡуй­ған ҡомғанын үрелеп алды ла бәҙрәфкә атланы.
Өйөнә инеп, йыуынып алғас, электр сәйнүгенә һыу һалып, ҡайнатырға ҡуйҙы. Ул ҡайнап сыҡҡан арала көҙгө ҡаршыһына ултырып, бәләкәй ҡайсы менән һаҡал-мыйығын тигеҙләп сыҡты. Ул килеүгә матурланып торорға кәрәк!
Сәй эсеп алғас, өҫтөнә байрамда ғына кейә торған асыҡ зәңгәр күлдәген, йәштәрсә тегелгән салбарын кейеп алды. Битенә, муйынына одеколон һиптереп ебәрҙе. “Бына шулай”, – тип яҡтырып килгән көнгә ҡарап, тәҙрә ҡаршыһына килеп ултырҙы. Ошо тәҙрәнән юл буйынан үткән машиналар күренеп тора. Һәр машинаны күҙ ҡарашы менән оҙата торҙо. Береһе лә килеп туҡтаманы.
Шулай ултыра торғас, төш ваҡыты етте. Көткәне килмәгәнгә күңелһеҙләнеп, тышҡа сыҡты. Тауыҡтары янында йөрөһә лә, тип-тип-тип, тип саҡырып ҡуйҙы. Ашағыҙ, ашағыҙ, ҡошҡайҙарым, тип уларҙың бойҙай сүпләгәнен ҡарап торҙо. Бер аҙҙан урамға сыҡты. Һөйлә­шергә кеше лә юҡ бит, исмаһам, тип уйлап ҡына ҡуйғайны, янына тормоздарын һыҙғыртып, еңел машина килеп туҡта­ны. Машина тәҙрәһе асылғас, ҡара күҙлек кейгән урта йәштәрҙәге ир:

– Дед, в райцентр еще далеко? – тип һораны.
– Нет, сынок, уже близко, прямо езжай, балам. Хәйерле юл, – тип өҫтәне.
– Рәхмәт, бабай, – тине водитель, ҙур ауыҙын йәйеп йылмайҙы. Машина нисек килгән, шулай китеп тә барҙы.
Көткән машина килмәгәс, уның кәйефе бөтөнләй ҡырылды. Нимә эшләргә белмәй, бер урында тапанды. Шул тиклем көткәйне бит! Хатта төшөндә лә күреп ҡалғандай булды. Урамда баҫып тороуҙан файҙа сыҡмаҫын аңлап, ихатаһына инде, тибенеп йөрөгән тауыҡтарын һанап алды. Барыһы ла иҫән икән. Яҙ башында ике тауығы әллә ҡайҙа булды. Нимәлер тотоп ашаны, шикелле. Белә алманы. Баҡса­һына инеп, бәрәңгеһенә күҙ һалды. Япраҡ аҫтындағы һары тап кеүек колорадо ҡу­ңы­ҙының йомортҡаларын күргәс, мәл­ғүндәр, ғазаплайһығыҙ бит, тип һөйлә­неп, бармаҡ остары менән һытып сыҡты.
Ҡарарға хәле булмағанға ул бәрәңгене күп үҫтермәй. Ҡул менән ултыртып, күмеп, сығарыуы ауырға төшә. Етмәһә, һуған, кишер ҙә үҫтерә. Пенсия таратыусы ҡыҙ:

– Бабай, үҫтереп интекмә, барыһын да үҙем алып килермен, – тип ҡарағайны ла ул.
– Юҡ, ҡыҙым, ҡулымда көс барҙа үҫтерәм әле. Ҡулдан килмәй башлағас, үҙенән-үҙе сәселмәй ҡаласаҡ. Әйтеүеңә рәхмәт, балам, изгелек күр. Туҡһан йәшлек ҡарттың һаман да эшләргә дәрте булыуына аптырап та, һоҡланып та ҡуйғайны ҡыҙ.
Хәсән ҡарт йәшәгән ауылды ауыл тип атап та булмай. Ауылда бер үҙе йәшәй. Ҡасандыр егерменән ашыу йорто булған, гөрләп торған ауыл ине. Урам тулы бала-саға, йәш-елкенсәк. Мәктәбе булмағас, йәштәр сығып китеү яғын ҡараны, ҡарт-ҡоро үлә торҙо. Бер нисә йыл элек ике ҡарсыҡ йәшәй ине, улар ҙа мәрхүм булды. Ауыл нигеҙен һаҡлап Хәсән ҡарт ҡына ҡалды.

Ҡарсыҡтар үлгәс, райондан әллә кемдәр килеп, трактор менән ауыл урынын тигеҙләп, баҫыу итергәме, башҡа нимә төҙөргәме тип уйлағайнылар. Ҡарт ҡаты торҙо.
– Мин һеҙгә ауыл нигеҙен ҡороторға юл ҡуймаясаҡмын, – тип ҡаршы сыҡты.
– Бабай, беҙ һиңә район үҙәгенән бынамын тигән фатир бирәбеҙ, яңғыҙ йәшәүе ауыр буласаҡ бит, – тип әйтеп ҡараһалар ҙа, уның яуабы әҙер ине.
– Был минең тыуған нигеҙем, туҡһан йыл ғүмерем ошонда үтте, ата-бабам ошонда ерләнгән, мин бер ҡайҙа ла бармайым. Әгәр ҙә яҡшылыҡ менән аңламаһағыҙ, Президентҡа барасаҡмын. Мине – фронтовикты – кире бороп сығармаҫ, – тигәс, килгән кешеләр бер-береһенә ҡарашып алды ла, туҡһан йәшлек ҡарт оҙаҡ йәшәй алмаҫ, тип ҡайтып китте. Хәсән ҡарт ҡалала йәшәүсе ауылдаштарына “ауыл урынын ҡороталар” тип хәбәр ебәрҙе. Шул йылда уҡ яҡташтары быға юл ҡуймайыҡ, ҡалаға ла яҡын, юлы ла асфальттан, урыны ла матур, тип дача һала башланы. Хәсән ҡарт эй һөйөндө инде.
– Рәхмәт, балалар, рәхмәт, – тип шатланып, йорт һалыусыларға ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп йөрөнө. Бер-береһенән күреп, биш-алты йорт күтәрелеп тә сыҡты. Уның һул яҡтағы күршеһендә йәшәгән Кәрим йәштәшенең улы, пенсияға сыҡҡас, йорт һалып ебәрҙе.
– Ҡалала дүрт стена эсендә ғүмер үтте, ҡартайған көнөмдә ауылда, тыуған нигеҙҙә, йәшәп үлергә кәрәк. Шунан, әсәйем дә ауылды һағына, бик йыш иҫкә ала, – тип һөйләне Рифат Хәсән ҡартҡа, ни өсөн ауылға ҡайтырға теләүенең сәбәбен аңлатып. Рифаттың “әсәй” тигән һүҙе уны дәртләндереп ебәрҙе. Нисә йыл уны күргәне юҡ. Ире донъя ҡуйып, бер үҙенә йәшәүе ауырлашҡас, ҡалаға, улы янына йәшәргә киткәйне ул. “Зөбәржәт, Зөбәржәт, һин һаман шулай сибәрме? Йәш ваҡытта ауылда иң сибәре һин инең бит. Барыбыҙ ҙа һиңә ғашиҡ булып, ауыҙ һыуҙарын ҡорота торғайныҡ”.
Хәсәндең ғашиҡ булып, төндәр буйы уйланып, янып-көйөп йөрөүе Зөбәржәт өсөн булды. Тик һөйөүен генә ҡыҙға аңлата алманы. Колхозлашыу йылдарында Баязит ҡартты кулак итеп, ерен, аттарын тартып алып, Себергә ҡыуҙылар. Ә ғаиләһенә, балаларына кулак балаһы, дошман балаһы тигән мөһөр һуғылды. Ул саҡтарҙа кулак балаһы ауылдың иң сибәр ҡыҙына өмөт итә ала инеме һуң? Улынан Зөбәржәттең ауылды һағыныуы тураһында ишеткәс, йәш саҡтағы хис-тойғо уянып киткәндәй булды. Үҙенең йәшен онотто. Егеттәрсә дәрт менән уның ауылға ҡайтыуын көттө.
Рифат өйөн һалып бөтөргәс, күрһәтер өсөн әсәһен алып ҡайтты. Ҡайтасаҡтарын алдан белгәнгә, Хәсән ҡарт төндәрен йоҡлай алмай, уйланып, йәшлегенең һәр минутын иҫкә төшөрөп ятты. Иртүк тороп кейенде-яһанды. Машина килеп туҡтағас, түҙмәне, урамға сыҡты. Һикһәнде уҙған булһа ла, Зөбәржәт матурлығын юғалтмағайны. Һәр хәлдә Хәсән ҡартҡа шулай күренде.
– Һаумы, Зөбәржәт, – тип уның бәләкәй ҡулдарын үҙенең көрәктәй устарына алды.
– Һаумы, Хәсән. Һин һаман биреш­мәйһең, ¬ тине ҡарсыҡ, бөгөлә башлаған билен турараҡ тоторға тырышып.
– Тырышам инде. Һине күргем килде.
Шул осрашыуҙан бирле бер йыл инде Зөбәржәт ауылға ҡайтҡаны юҡ. Хәсән ҡарт көн дә тиерлек көтә. Ауырып киткән икән тип тә ишетеп ҡалды. Бер ҡайтҡанында Рифатҡа:

– Әсәйеңде ауылға алып ҡайт, уға ауыл һауаһы кәрәк, – тине.
– Көҙөн бөтөнләйгә ҡайтырға уйлайбыҙ, өйҙөң эше бөттө, – тине Рифат Хәсән ҡартҡа йорт-тирәһенә күҙ-ҡолаҡ булыуын үтенеп һаубуллашҡанда.
Бына шунан бирле Зөбәржәттең ҡайтҡанын көтә. Ул ҡайтһа, ауылға яңынан йән керер, элекке хәленә ҡайтыр төҫлө.
Баҡсала йөрөгән Хәсән ҡарт машина тауышын ишетеп ҡалғандай булды. Ҡулдарын һөрткөләп алды ла урамға ашыҡты. Юл буйында ҡайҙа барырға белмәгән ике кешене күрҙе. Улар ҡартты күргәс шатланып, Хәсәнгә таба килә башланы.
– Иҫәнме, бабай, бер кем дә юҡ икән тип, аптырап ҡалғайныҡ, – тине ҡатын кеше үзбәксә акцент менән. Янында торған үзбәк түбәтәйе кейгән ир:

– Әссәләмүғәләйкүм, – тип ҡартҡа ике ҡулын һуҙҙы. – Беҙ Үзбәкстандан ҡайтҡайныҡ. Үҙебеҙ Башҡортостан­дыҡы. Ҡайтыуын-ҡайттыҡ та, төртө­лөргә урын юҡ. Гражданлыҡ булмағас, бер ҡайҙа ла алмайҙар. Был ауылда йәшәп торорға, ҡыш сығырға буш йорттар бар тигәйнеләр, шуға килдек, – тип аңлатты. Башта Хәсән ҡарт “үзбәктәр генә етмәгәйне” тип уйлап ҡуйһа ла, үҙебеҙҙең кеше икәнен белгәс, шатланды.
– Дөрөҫ әйткәндәр, бар, ана, – тип уң яҡ күршеһен күрһәтте. – Ул йортта Әсмә йәштәш йәшәй ине. Мәрхүм булғанына ла ике йыл булып киткән. Иҫкергән инде, төҙәткеләп алырға тура киләсәк, – тип һөйләнеп, ир менән ҡатынды үҙ артынан эйәртте.

– Мин тегендә төҙөүсе булып эшләнем. Исемем – Тимерйән, ҡатынымдыҡы – Сажиҙә.
– Хәсән бабайығыҙ булам.
Яңы хужалар йорт-ҡураны ҡарап сыҡҡас:

– Бер аҙ төҙәткеләп алһаң, йәшәрлек. Ҡышҡылыҡҡа утын ҡайҙан алырға була икән?
– Оҙаҡламай миңә пенсия килте­рәсәктәр, ул ҡыҙ барыһын да белә. Аҡсаң булһа, хәҙер ярып килтереп, өйөп бирәләр. Ул яғы һәйбәт.
Хәсән ҡарт ауылға яңы кешеләр килеүенә һөйөндө. Уға һөйләшергә кеше булды. Тимерйән дә бик тырыш булып сыҡты: тиҙ арала йорт-ҡураны төҙәтеп тә алды. Ебеп, емерелеп барған мөрйәне яңыртып төштө. Район үҙәгенә барып ун тауыҡ, әтәс алып ҡайтты. Хәсән ҡарттың әтәсе ауылдағы яңы әтәс менән ярыша-ярыша ҡысҡырырға кереште.
Сентябрь баштарында Рифаттар ҙа ҡайтып төштө. Зөбәржәт ҡарсыҡ үҙ ауылына ҡайтҡас, хәлләнеп китте. Әйтерһең, ауыл һауаһы сирҙәрен һыпырып алып ташланы. Хәсән ҡарт уны үҙҙәренең йәшлеге, ғүмере үткән урман, йылға буйына алып барҙы. Ғүмере буйына әйтә алмаған һөйөү һүҙен шунда әйтте.
– Асыуланма, Зөбәржәт, үлгәнсе әйтеп ҡалырға тейешмен. Ни эшләйем һуң, йөрәгемдә гел һин булдың. Ирең иҫән саҡта әйтмәнем – ярамай ине. Аҙаҡ ҡалаға алып киттеләр. Өс ҡатын алып ҡараһам да, балаларым булманы. Бәлки, һине уйлап йәшәгәнгә булмағандыр?
– Балаларың булманы шул. Бөгөнгө көндә бер үҙең йәшәмәҫ инең. Ана, улым мине ташламай, рәхмәт уларға.
Өс күрше бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөп, ҡыш сыҡты. Ҡояшлы, матур, йылы яҙ килде. Хәсән ҡарт емерелеп бөткән иҫке сыйырсыҡ ояһы урынына яңыны яһаны ла Рифаттың улынан кәртәһе янында үҫкән тирәгенә элдертте.
Яҙғы иртәлә сыйырсыҡ һайрауына Хәсән ҡарт атылып тигәндәй тышҡа сыҡты. Яңы ояла йәш сыйырсыҡ моңло итеп көй һуҙа ине. Шатлыҡтан күҙҙәренә йәш тығылды. Солан таҡтаһына терәлә биреп, донъяһын онотоп, сыйырсыҡтың моңло йырын тыңланы ул.
Читайте нас