Йәмғиәт
13 Марта 2020, 07:31

Һөт ризыҡтарына ҡытлыҡ булмаясаҡ...

Бөгөн бында тәүлегенә алты тоннанан ашыу продукция етештерелә.

Бөгөн күп кенә төбәктәрҙә ауыл хужалығы кооперативтары ойошторолоп, уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Балтас районының 2017 йылда асылған “Әҡбәр” ауыл хужалығы кооперативы ла ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.
– Әлбиттә, тәүҙә бер ойошмаға тупланыу нисектер ят күренеш тойола ине, әммә яйлап өйрәндек. Хәҙер бөтә эштәрҙе бергәләшеп, кәңәшләшеп башҡарырға ғәҙәтләндек, – ти кооператив рәйесе Илдар Ринат улы Әҡбәров.
Кооперативҡа райондың 15 ауыл хужалығынан тыш, крәҫтиән (фермер), шәхси хужалыҡтар ҙа ингән.
Район үҙәгендә урынлашҡан элекке һөт заводы бинаһын биш йылға ҡуртымға алып, ремонт үткәреп, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырып, матур ғына эшмәкәрлек алып баралар. Шуныһы ҡыуаныслы: республика, район етәкселеге лә кооперативтың эшмәкәр­леген һәр яҡлап күҙәтеп тора, ярҙамдан өҙмәй. Мәҫәлән, 2018 йылда кооператив өс миллион һум күләмендә грант алыуға өлгәшә, дәүләт ярҙамына тағы ла үҙҙәренең бер миллиондан ашыу аҡсаһын ҡушып, һөт эшкәртеү цехы өсөн заманса йыһаздар, һөт ташыу өсөн машина һатып алғандар. 2019 йылда иһә дәүләт уларға тағы ла 19 миллион һум аҡса бүлә. Был ярҙамды кооператив йәмғиәттең матди-техник базаһын нығытыуға тотона.
Етәкселек хеҙмәткәрҙәрҙең эшен еңеләйтеү маҡсатында ҡеүәтле һөт эшкәртеү ҡоролмаларына, хужалыҡ­тарҙан һөт ташыу өсөн машинаға эйә була. Бөгөн кооператив хеҙмәткәрҙәре һөт, кефир, ряженка, ҡаймаҡ кеүек һөт ризыҡтарын полиэтилен ҡаптарға тултырып, ҡулланыусыларға тәҡдим итә. Заманса һөт ҡабул итеү һәм эшкәртеү пункттары хужалыҡтарҙан, ауыл халҡынан алты тоннанан ашыу әҙер продукцияны тотҡарлыҡһыҙ һәм ваҡы­тында ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә.
Әйткәндәй, сифатлы, осһоҙ һәм, иң мөһиме, экологик яҡтан таҙа һөт ризыҡ­тарын район халҡы ғына тәмләмәй, уны күрше райондар, ҡалаларҙан да яратып һатып алалар. Шуныһы ла мөһим: кооперативтың үҙ лабораторияһы уңышлы эшләй. Көн һайын махсус белемле белгестәр һөттөң сифатын тикшереп, ҡуйылығын баһалап, аҙаҡ ҡына эшкәртеүгә тапшыра. Нефтекама ҡалаһының балалар һөт кухнялары фәҡәт Иҫке Балтас ауылының “Әҡбәр” кооперативы етештергән ризыҡтарҙы ғына үҙ иткән.
Балтас, Борай райондары мәктәптәре, балалар баҡсалары, дауаханалар коопе­ративтың һөт ризыҡтары менән тәьмин ителә. Киләсәктә бында май, сыр, эремсек кеүек һөт ризыҡтары етештер­мәкселәр. Ә бының өсөн уңайлы шарттар ҙа, мөмкинлектәр ҙә етерлек. Кооперативта ағза булып торған хужалыҡтар көтөүҙе йыл һайын тоҡомло, күпләп һөт биргән йәш таналар менән тулыландырыуға йөҙ борған. Уларҙың һәр береһе кооперативтың киләсәген уйлап, аңлап эш итә, шуға ла сифатлы һөткә ҡытлыҡ булмаясаҡ.
Кооператив рәйесе Илдар Әҡбәров белдереүенсә, бөгөн бында әҙер продукцияны ташыу цехы төҙөлә.
“Әҡбәр”ҙәр һөт етештереү менән генә шөғөлләнмәй, әле ит эшкәртеү һәм уны консерваларға тултырыу эшен дә яйға һалғандар. Бынан тыш, малдарға әҙер аҙыҡ әҙерләү ҙә уңышлы алып барыла.
Кооперативта бөгөн 32 кеше эш урыны тапҡан. Һөт эшкәртеү тармағын яҡшы аңлаған белгестәр менән кооператив әлегә тулыһынса тәьмин ителмәгән. Бөгөн, мәҫәлән, юғары белемле технолог, бухгалтер талап ителә. Йәштәрҙең ауылды ташламай, тыуған төйәгендә эшкә ҡалыуына өмөт итә етәкселек. Киләсәктә бында бөтә уңайлыҡтары булған ятаҡ төҙөү күҙаллана.
– Республика, район етәкселегенә рәхмәтебеҙ сикһеҙ ҙур. Ҡасандыр буш торған һөт комбинатына яңынан йән керҙе, күпме кешегә эш урыны булды. Дәүләт ярҙамынан да өҙмәйҙәр. Тимәк, беҙгә ҡарата һәр яҡлап хәстәр булғас, тырышып эшләйәсәкбеҙ. Эшмәкәр­легебеҙҙе уңышлы алып барыу өсөн бына тигән хеҙмәткәрҙәребеҙ бар. Ялҡау­ланмаҫҡа ғына кәрәк, киләсәктә лә үҫешергә, яңы технологияларҙы үҙләштереп, эшләргә инде, – ти кооператив рәйесе Илдар Әҡбәров.
Читайте нас