Йәмғиәт
15 Марта 2020, 09:10

Яңғыҙын үлергә ҡалдырған...

Бөгөн төндә Ҡыйғы районында ҡот осҡос фажиғә теркәлгән.

Бөгөн төндә Ҡыйғы районында ҡот осҡос фажиғә теркәлгән.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ-һы хәбәр итеүенсә, төнгө сәғәт бер тирәһендә “ВАЗ-2114” бәйләнеш таяуына барып бәрелгән. Уның водителе – Ҡыйғы районында йәшәгән 27 йәшлек егет – идара иткән машина Дәүләт автоинспекцияһының теркәлеү иҫәбенән төшкән булған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 25 йәшлек пассажир алынған тән йәрәхәттәренән фажиғә урынында һәләк булған. Водитель үҙе юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан. Әммә уны полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала тотҡан.
Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, юл, һауа шарттарын, тәүлек ваҡытын иҫәпкә алмау сәбәпле, үкенескә ҡаршы, юл-транспорт фажиғәләре йыш теркәлә һәм уларҙа кеше ғүмерҙәре өҙөлә. Әле – тәбиғәттең тап көйһөҙләнгән мәле. Өҫтәүенә көндәрҙең һалҡынайыуы хаҡында хәбәр итә синоптиктар. Тимәк, юлдарҙың боҙ менән ҡапланыуы ихтимал. Был иһә юлдарҙа тағы хәүеф уята. Әйткәндәй, боҙлауыҡ, ямғыр һәм томан кеүек осраҡтарҙа юл-транспорт ваҡиғалары 25 процентҡа арта.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәлә-ҡаза һағалап ҡына тора. Тик ошо ваҡытта медицина ярҙамына мохтаждар тураһына хәстәрлек күреү кәрәклеге хаҡында онотмаһаҡ ине. Шулай уҡ юл-транспорт фажиғәләренә тарығандарға ла.
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас