Ошо көндәрҙә яратҡан йырсыбыҙ Хәниә Фәрхиҙең әсәһе 90 йәшлек юбилейын билдәләп үтте. Юбилей уңайынан төшөрөлгән фото һәм видеоны Хәниә Фәрхиҙең бер туған һеңлеһе инстаграм сәхифәһенә урынлаштырған.
Фотоһүрәттә йырсының оло ҡыҙы Әлиә лә бар.
«Ҡәҙерле, ғәзиз әсәйебеҙҙең оло юбилейы! Меңдәр араһынан әсәйҙе һайлау хоҡуғы булһа, беҙ алты сабыйың, һис шикһеҙ, һине һайлар инек! Һау-сәләмәт ғүмерле бул!» – тип ҡотлай Фирүзә ханым әсәһен.
«Беҙҙең Хәниәбеҙ өсөн мең рәхмәттәр һиңә, Фәниә апай! Сәләмәтлек, оҙон ғүмер һиңә! Тыуған көнөң ҡотло булһын!», «Бигерәк матур аҡ әбей, күҙ теймәһен», «Байрам менән, һеҙҙе һәм был сабыр әсәйҙе», тип уҡыусылары Фәниә апайҙы ҡотланылар.