Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының талантлы, гүзәл сәхнә оҫталарының береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Римма Ҡаһарманова менән театрҙың баш рәссамы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Альберт Нестеровтың ғаиләһен йәмләп, бөгөн ҡыҙҙары тыуған.
Театрҙың "Бәйләнештә"ге төркөмөндә уларҙы ошо шатлыҡлы ваҡиға менән хеҙмәттәштәре, дуҫтары һәм театр һөйөүселәр ҡотлап, ихлас теләктәрен еткергән, бәләкәстең бәхетле булып үҫеүен теләгәндәр.
Әйткәндәй, талантлы актриса хәҙер - күп балалы әсәй. Изге теләктәргә беҙ ҙә ихлас ҡушылабыҙ, ата-әсәһен шатландырып, һау-сәләмәт, тәүфиҡлы булып үҫһен сабый.