Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә бөтә донъя өсөн көнүҙәк булған мәсьәләне тикшереүҙән башланды. Ул – коронавирус. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика биләмәһендә вирус таралмаһын өсөн күреләсәк саралар тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Күмәк саралар уҙғарылмаясаҡ
Тәүҙә шуны билдәләргә кәрәк: 16 мартҡа ҡарата республикала был вирусты йоҡторған рәсми дәлилләнгән бер генә осраҡ та юҡ. Был йәһәттән Радий Хәбиров тик дөрөҫ һәм тикшерелгән мәғлүмәтте генә таратырға ҡушты.
Башҡортостан Башлығы ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы, бик күп саралар билдәләнде. Мәҫәлән, ошо көндән алып 20 апрелгә тиклем республикала меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан мәҙәни, спорт, эшлекле саралар үткәрелмәйәсәк.
– Документ 20 апрелгә тиклем көсөндә була. Хәлгә ҡарап, уның ваҡыты үҙгәреүе ихтимал. Йә оҙайтыласаҡ, йә кәметеләсәк, – тине Радий Хәбиров.
Рәсәй Мәғариф министрлығы бөтә төбәктәргә лә белем биреүҙе ваҡытлыса дистанцияла уҡыуға күсерергә тәҡдим иткәйне. Башҡортостанда был йәһәттән хәлдәр нисек?
– Әлегә дистанцияла белем алыуға күсеү тураһында ҡарар ҡабул итмәйбеҙ. Республиканың Мәғариф һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарынан был осраҡта файҙалы тәҡдимдәр әҙерләүҙе һорайым, – тине Радий Фәрит улы.
Балалар был аҙнала ғәҙәти режимда уҡый. Киләһе аҙнанан яҙғы каникул башлана. Хәлгә ҡарап, бәлки, ул оҙайтылыр.
Шулай итеп, коронавирус Рәсәйгә килеп етте. Әлегә Башҡортостанда сирлеләр юҡ, тик халыҡ араһында паника тыуҙырған кешеләр ҙә байтаҡ. Ватсап, социаль селтәрҙәр фейк мәғлүмәттәр менән тулған. Имеш, сирләгәндәр күп, әммә беҙҙән йәшерәләр.
Кәңәшмә ваҡытында Радий Хәбиров был йәһәттән бик ҡаты итеп фекерен белдерҙе.
– Беҙҙең өсөн был осраҡта ышаныслы эште тәьмин итеү һәм йәмғиәттәге тыныслыҡты һаҡлау мөһим. Шуға күрә бөтә киң мәғлүмәт сараларына, йәмәғәтселек фекерен тыуҙырыусыларға һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһе белгестәренә мөрәжәғәт итәм: һеҙгә коронавирус буйынса дөрөҫ һәм ваҡытында мәғлүмәт биреп барасаҡбыҙ, – тине ул.
Республикала хәҙер көн һайын ике тапҡыр – иртәнге сәғәт 9-ҙа һәм киске 8-ҙә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы брифинг үткәрәсәк. Унда иң оператив мәғлүмәт еткерелеп торасаҡ.
– Фейк яңылыҡтар таратҡан кешеләрҙе асыҡлаясаҡбыҙ һәм эҙәрлекләйәсәкбеҙ. Улар йәмғиәттәге тыныслыҡты боҙорға, ығы-зығы, паника тыуҙырырға тейеш түгел. Тикшерелгән мәғлүмәткә генә ышанырға кәрәк, – тине төбәк етәксеһе.
Башҡортостан Башлығы республикала вирус таралмауын иҫкәртеү өсөн ҡул ҡуйған бойороҡта күҙалланған башҡа саралар ҙа күп ине. Улар башлыса сирҙе иҫкәртеүгә бәйле. Мәҫәлән, халыҡҡа сит илдәргә сыҡмаҫҡа кәңәш ителде. Эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәрен сит илгә командировкаларға ебәрмәү, сит илдән ҡайтҡан кешеләрҙе ныҡлап тикшереү, уларҙы карантинға ябыу ҡушылды. Белем биреү учреждениеларында балаларҙың һаулығын тикшереп кенә ҡабул итеү, дезинфекция сараларын даими үткәреп тороу бурыстары йөкмәтелде.
Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы яҡын арала Өфөлә йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының яңы корпусын төҙөргә ҡушты. Тик был эште тиҙ арала – ике-өс ай эсендә атҡарып сығырға кәрәк. Шулай уҡ баш ҡаланың башҡа ҡайһы бер дауаханалары ла коронавирус менән сирләгәндәрҙе ҡабул итерлек итеп үҙгәртеләсәк.
Насар вирусты йоҡтормау һәм республикала таратмау өсөн кешеләргә үҙ һаулығына яуаплы ҡарарға, шәхси гигиена талаптарын теүәл үтәргә кәрәк. Быйыл сит илдәргә ялға бармай торорға кәңәш ителә. Кемдәр алдан билет алып өлгөргән, кире тапшырырға кәрәк. Радий Фәрит улы власть органдарына был турала һөйләшеүҙәр алып барып, аҡсаны тулы кимәлдә ҡайтартырға тырышырға ҡушты.
Был саралар сирҙе иҫкәртеү, уны таратмау өсөн эшләнә.
Вирус вирус менән, ә тормош дауам итә. Оператив кәңәшмәлә башҡа көндәлек мөһим мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Юлдарҙа, янғындарҙа кешеләр көн һайын тиерлек ҡырыла. Уҙған аҙнала аварияларҙа биш кеше һәләк булһа, “ҡыҙыл әтәс” һигеҙ кешенең ғүмерен өҙҙө. Тәү сиратта ошо афәттәрҙең эҙемтәләрен кәметергә кәрәк.
Радий Фәрит улы 13 мартта Өфөлә булған янғынға иғтибарҙы йәлеп итте. Мәҙәни ҡомартҡы – Бухартовский усадьбаһына ут тоҡанып, саҡ әрәм булманы. Төбәк етәксеһе был хәлде тикшерергә, янғындың сәбәбен асыҡларға ҡушты. Насар уйлы кешеләр уны үҙҙәренә ала алмаясаҡ, тип белдерҙе ул.
Был аҙнанан республикала тәүге “Таҙалыҡ көндәре” башлана. Радий Хәбиров был теманы даими контролдә тоторға, эштәрҙе ваҡытында башҡарырға ҡушты. Шулай уҡ газондарға машиналарын ҡуйған кешеләр менән көрәште яңыртырға, әүҙемләшергә кәрәк, тине ул.
“Инцидент-менеджмент” системаһы етәксеһе Елена Прочаковская халыҡтың юлдарға бәйле килгән ялыуҙарына анализ яһаны. Ниндәй райондар һәйбәтерәк эшләй, ә ҡайһылары һаман артта ҡала килә икәнлеген билдәләне.
Оператив кәңәшмәлә эшҡыуарҙарға ярҙам итеү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә бәйле сығыштар ҙа булды. Был теманы ла Радий Фәрит улы үҙенең даими контролендә тота һәм йүнселдәргә ярҙам итеүҙең бар сараларын күрергә ҡушты.