Йәмғиәт
19 Март 2020, 16:50

Шаһиттарҙың иҫ-аҡылы киткән

Ҡуҙғалып китәйем тиһә, иҫерек ир ята...

Өфөлә бер ир “НефАЗ” автобусы аҫтында ҡала яҙған. Баҡтиһәң, ул алкоголле эсемлекте артыҡ файҙаланған икән.
Бөгөнгө һалҡын көндә Инорс биҫтәһендә футболка ғына кейгән бер ир “НефАЗ” пассажирҙар автобусынан тапала яҙған. Был мәлдә транспорт сараһы туҡталышта пассажирҙарҙы төшөргән булған.
Водитель халыҡтың сыҡҡанын күҙәткән дә ҡуҙғалырға уйлаған. Ярай әле, ҡаршыға килгән автобустар шоферҙары уны иҫкәртеп өлгөргән: тәгәрмәс янында иҫерек ир ятҡан. Ҡото осҡан водитель полицияны саҡырған, тип хәбәр итә “Башинформ”.
"Йәшел йылан" менән "дуҫлыҡ"тың бер ҡасан да яҡшыға килтермәйәсәге хаҡында онотмайыҡ.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас