Был ҡыҙғаныс хәл Межгорьела булған.
Ҡалала йәшәгән 25 йәшлек егет ике үҫмергә магазиндан спиртлы эсемлек урларға ҡушҡан. Тегеләре ризалашмағас, тотоп туҡмаған.
Унан Межгорье магазиндарының береһенең хеҙмәткәрҙәре кәштәләге алкоголле эсемлектән елдәр иҫкәне хаҡында хәбәр иткән. Полиция хеҙмәткәрҙәре был енәйәтте 14-әр йәшлек ике малайҙың һәм уларҙың өлкән "иптәше"нең ҡылғанлығын асыҡлаған: үҫмерҙәр туҡмалғандан һуң урларға мәжбүр булған.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 25 йәшлек ир быға тиклем дә ошондай ҡылығы өсөн хөкөм ителгән икән.