Йәмғиәт
20 Март 2020, 10:16

“Алла бирмәгән бала беҙҙеке булмаҫ шул!..”

Фәриҙә менән Иректең ҡушылыуына ла һигеҙ йыл уҙҙы. Дөйөм ятаҡта булһа ла йәшәргә бүлмәләре бар. Икеһе лә бер заводта эшләгәс, аҡсаға ла артыҡ ҡыйынлыҡ юҡ. Кейем-һалым, аҙыҡ-түлек артығы менән булмаһа ла, ҡытлыҡ юҡ. Барыһы ла бар, барыһы ла етерлек, тик бына балалары ғына юҡ.

Фәриҙә менән Иректең ҡушылыуына ла һигеҙ йыл уҙҙы. Дөйөм ятаҡта булһа ла йәшәргә бүлмәләре бар. Икеһе лә бер заводта эшләгәс, аҡсаға ла артыҡ ҡыйынлыҡ юҡ. Кейем-һалым, аҙыҡ-түлек артығы менән булмаһа ла, ҡытлыҡ юҡ. Барыһы ла бар, барыһы ла етерлек, тик бына балалары ғына юҡ.


Шул һорау Фәриҙәнең күңеленә башта борсолоу тойғоһо һалып, һуңынан ҡайғы-һағыш булып үрелде, бар тыныслығын алды. Хоҙайға ялбарҙы Фәриҙә, көнө-төнө бала һорап. Тик Хоҙай уны ишетмәнеме, яҙмышы шулай инеме, ҡатын ҡыҫыр һыйыр һанында йәшәй бирҙе. Әсәһе Ғәзизәнең итәгенә башын һалып иланы. Күҙ ҡараһы итеп күргән ҡыҙының башынан һыйпап: “Илама, балам. Бирер, Хоҙай теләһә”, – тиеүҙән башҡа һүҙ тапманы Ғәзизә. Табиптан табипҡа йөрөнө ҡатын. Дауаланды. Файҙаһы булманы. Өгөтләй торғас, ире Иректе лә табипҡа күрһәттеләр. Шунда ғына балаһыҙлыҡтың төп сәбәбе ирҙә булғаны асыҡланды. Ир кеше ир кеше инде. Уға ҡатын-ҡыҙҙың бөтә бар­лығын, уй-теләген йүнәлткән, бой­һондорған әсәлек инстинкты, хисе бирелмәгән.
Ирек, әллә борсолоуын күрһә­тергә теләмәне, әллә ысынлап та бала юҡлыҡҡа бик ҡайғырманы, тик ҡатыны өсөн бик ҡыйын булған был һорауҙы артыҡ ҡуйыртмаҫҡа тырышып йәшәй бирҙе. “Йәшәй бит ана балаһыҙҙар. Рәхәтләнеп үҙҙәре өсөн йәшәйҙәр. Беҙ ҙә шулай йәшәр­беҙ, ҡайғырма”, – тип әйткеләне ул, ҡатынын тынысландырыр өсөн.
Утыҙға яҡынлашып килгән сәскә кеүек ҡатын һулый башланы. Бала таба алмауы уның өсөн бәйләнсек уйға әүерелеп, көндәрҙең матур­лығын, төндәрҙең татлылығын алды. Ирек менән яратышып өйләнешһәләр ҙә, иренең наҙҙары уға аҙ тойола башланы. Уға бала кәрәк! Нисек аңламай уны ире?! Иректең “балалар йортонан алайыҡ бала” тигән тәҡдименә лә ҡаршы булды Фәриҙә. Уға үҙ бәпесе кәрәк, үҙ емеше! Күкрәгенә ҡыҫып имеҙгеһе килә уның үҙ сабыйын… “Әннә, әттә” тигән һүҙҙәрен ишеткеһе килә! Бәләкәй генә ҡулдарынан етәкләп, урамдарҙан үткеһе килә! Ана, йәштәш ҡыҙҙары, күптән ике-өс бала эйәртеп, бәхетле йылмайып йөрөйҙәр. Фәриҙә ҡайһы ере менән кәм уларҙан?
Иренән айырылыу тураһында уйҙар ҙа килә башланы башына. Тик утыҙға еткән ҡатын, уйлап-уйлап торҙо ла, ул уйынан баш тартты. Аҡыллы ирҙәрҙе инде өләшеп бөткәндәр, ә буйҙаҡтар араһында тормош көтөрлөк, ышаныслы, йүнле ир заты күренмәй. Ире менән аралары һыуына башлаһа ла, улар бергә йәшәй бирҙе.
Көндәрҙән бер көндә Фәриҙәнең башына бер уй килеп, шифаханаға путевка алып, йылы яҡҡа сығып китте. Иренә: “Дауаланырға барам, бәлки, файҙаһы булыр”, – тине. Ирек, әлбиттә, ҡаршы булманы. Дауаланыуҙың файҙаһы булдымы, башҡа сәбәбе бармы, Фәриҙә йыраҡтағы таулы-диңгеҙле илдән ҡарынында бәпәй алып ҡайтты. Ирен “һинең балаң” тип ышандыра алды. Ир менән ҡатындың бәхетле йылдары башланды. Ваҡытында тыуған, таҙа-сәләмәт ҡыҙҙарына Диләфрүз тигән исем ҡушып, Фәриҙә күптән көткән әсә бәхетендә йөҙҙө. Ҡылған гонаһы тураһында уй­ламаҫҡа тырышты. Балаһыҙ үт­кәр­гән йыл­дарының үсен ҡайтарҙы ҡатын. Берҙән-бер ҡыҙына әсә кеше бирә алырлыҡ бар нәмәне бирергә тырышты. Тәрбиәләне, уҡытты, тырышты. Эшләй торғас, заводтан ике бүлмәле фатир алдылар. Артыҡ ҙур булмаһа ла, Диләфрүздең үҙ бүлмәһе булыу ҙур шатлыҡ ине. Фәриҙә һәр көнөн, ғүмеренең һәр миҙгелен ҡыҙына бағышланы.
Диләфрүз дә, ата-әсә мөхәббәтенә тейешле яуап биреп, аҡыллы бала булып үҫте. Ата-әсәһен төрлө һәләттәре менән һөйөндөрөп торҙо. Уҡыуға йә йыр-бейеүгә, рәсем-һүрәт төшөрөүгә булһынмы, бар яҡтан талантлы бала атаһын аптыратһа ла, әсәһе йөҙ-ҡиәфәте менән бер кемгә лә тартмаған ҡыҙын, үҙемә оҡшаған, тип кенә ҡуйҙы. Әсәһе Ғәзизә генә, ейәнсәренең бер кемгә лә оҡшамағанын күреп, Фәриҙәгә һорауҙар бирештерһә лә, ҡыҙы әсәһенә ләм-мим, асылманы. Ирек тә тынысланды. Ул да балаһыҙ­лыҡтан туйғайны. Ниһайәт, ҡатыны тағы бәхетле, тағы яғымлы! Тормоштары тулы, көйлө! Ир-егеткә тағы ни кәрәк?!
Йылдар үтә барҙы. Диләфрүз, сибәр ҡыҙ булып үҫеп етеп, яратҡан егетенә тормошҡа сыҡты. Икеһе лә юғары белемле йәштәр, атай-әсәй ярҙамы менән, фатир һатып алдылар. Мөхәббәт емештәре Айгөл донъяға килде. Фәриҙә уларға ҡулынан килгәнсә булышты, ярҙамлашты, ҡыҙҙарын үҫтереште.
Айгөлгә өс йәш тула тигәндә, йәш ғаилә йыйылышып диңгеҙгә ял итергә китте. Китеүен-киттеләр, тик ҡай­тыуҙары ғына икенсе булды… Диңгеҙҙә батып үлгән ҡыҙын үҙе барып алып ҡайтты Фәриҙә. Ҡасандыр бирергә теләмәгән бүләген Хоҙай тартып алды. “Гонаһ аша алған бәхет ҡыҫҡа була шул ул…” Балаһын юғалтыуҙан яра­ланған йөрәгенә намыҫы тоҙ өҫтәне…

Ярай, был ҡайғылы көндәрҙә әсәһе Ғәзизә ҡарсыҡ ҡыҙы янынан китмәне. Рәхәт саҡта бик иҫкә төшмәһә лә, ҡыйын саҡта янда әсәй кәрәк. Үҙ балаһын әсәһенән дә яҡшыраҡ башҡа кем аңлар? “Алла бирмәгән бала беҙҙеке булмаҫ шул. Бер гонаһһыҙ сабыйыбыҙҙы ғына һаҡлаһын”, – тине Ғәзизә әбей, янында йүгереп йөрөгән Айгөлдө ҡосаҡлап…
Читайте нас