Кәзә мамығынан бәйләнгән шәлдең һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһауын табиптар күптән раҫлаған.
Дебет дымды яҡшы һеңдерә, парға әйләндерә, ә үҙе һәр саҡ ҡоро ҡала. Ә ҡоро йылының быуын һыҙлағанда, ревматизмдан файҙаһы ҙур. Уға кәзә майы һеңгән, шуға йөнгә туҙан ултырмай, ул аллергия булдырмай.
Тамаҡ ауыртҡанда мамыҡ шәлде муйынға урайҙар. Бөйөр ауыртҡанда, радикулит борсоғанда ла билгә шәл бәйләп йөрөргә кәңәш итәләр. Кәзә мамығында ланолин бар. Ул йәрәхәттәрҙе төҙәтергә, һынған урынды тиҙерәк ялғарға ярҙам итә.
Баш ауыртҡанда, ҡыш көнө иң яҡшы баш кейеме – мамыҡ шәл. Ул полиневриттан да булыша, тәндең һиҙгерлеген арттыра. Табанығыҙ борсоһа, аяҡ кейеме аҫлығына кәзә мамығы һалып ҡарағыҙ. Варикоздан яфаланыусыларға ла аяҡтарына шәл урарға мөмкин.