Йәмғиәт
20 Марта 2020, 06:00

Эт хужаһын юҡһына...

Көҙҙән алып, хужаһының ҡәберен һаҡлаған эт өфөләрҙе хайран ҡалдырған.

Өфө зыяраттарының береһендә эт тоғролоғона бәйле тарих халыҡты тетрәндерергә мәжбүр итә. Көҙҙән алып, хужаһының ҡәберен һаҡлаған эт өфөләрҙе хайран ҡалдырған.
Хужаһын юҡһынған бахырҡайҙы зыяратҡа килгән һәр кем йәлләй. Уны ашатырға килеүселәр ҙә етерлек. Матур эт ҡәберҙән алыҫ китмәй, шул тирәлә йөрөштөрә лә яңынан урынына килеп ултыра. Уға хайуандарҙы яҡлаусы ойошма ла иғтибар иткән. Эт тормошонда ниндәй фажиғә булыуын бер кем белмәй, ул , моғайын, ҡараулы, хужаһының яратҡан дуҫы булғандыр. Муйынында әфлисун төҫөндәге муйынсағы ла бар Бәлки, уға яңы хәстәрле хужа ла табылыр? Бындай тоғро ярҙамсынан кем баш тарта алһын?
Фото: Bash.News
Читайте нас