Йәмғиәт
20 Марта 2020, 10:30

Йәш таланттар - федераль каналдарҙа

“Барыһынан да яҡшыраҡ” программаһында ошо көндәрҙә Өфөнән коллекционер Алан Һаҙыев менән Ағиҙел ҡалаһынан Вадим Төхвәтуллин ҡатнашты.

Һуңғы ваҡытта республиканың йәш таланттары үҙәк каналдарҙа йыш сығыш яһай. Максим Галкин алып барған “Барыһынан да яҡшыраҡ” программаһында ошо көндәрҙә Өфөнән коллекционер Алан Һаҙыев менән Ағиҙел ҡалаһынан Вадим Төхвәтуллин ҡатнашты.
Вадимға 9 йәш, ата-әсәһе музыканттар, ул 5 йәшенән аккордеонда уйнай. Телешоуҙа тиҙ темпта скерцо ҡыҫҡаҡ музыка пьесаһын башҡара. Алып барыусы малайҙан тағы берәй әҫәрҙе башҡарыуын һорағас, малай юғалып ҡалмай - билдәле хиттарҙы уйнай. Вадим Төхвәтуллиндың 15 март төшөрөлгән сығышын каналдың сайтында ҡарарға була.
10 йәшлек Алан Һаҙыев сәғәттәр йыя һәм уларҙы реставрациялай, бөгөн уның коллекцияһында 400 сәғәт иҫәпләнә.
“Улыбыҙ тәүҙә сәғәттәрҙе һүтеп йыя ине, һуңынан иҫкеләрен ремонтларға әүәҫләнеп китте. Быны ишетеп дуҫтарыбыҙ, таныштарыбыҙ сәғәттәр килтерә башланы. Бына шулай коллекция барлыҡҡа килде”, - ти Аландың атаһы Илшат Һаҙыев.
Алан Һаҙыев менән төшөрөлгән тапшырыуҙы тамашасы 22 мартта ҡарай аласаҡ.
Фото: “Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” сайтынан.
Читайте нас