Благовещен районының Языков ауылында бер егет хәмер алыу өсөн сиркәүҙе талаған. Был турала Эске эштәр министрлығының урындағы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.
Юғалған әйберҙәр хаҡында 41 йәшлек ошо ауыл ҡатыны белеп ҡала. Ул ваҡыт-ваҡыт сиркәүҙе йыйыштырып тора икән. Бер килгәнендә ул хужалыҡ бүлмәһендә алюмин феләктең, шөрөп бора торған аппараттың һәм лобзиктың юҡлығын шәйләй. Һәм был хаҡта полицияға хәбәр итә.
Был әйберҙәрҙе 28 йәшлек ир сәлдергән була. Сиркәүгә инеп, йоҙағын емереп аса һәм хужалыҡ өсөн кәрәк-яраҡты урлай ул. Алған нәмәләрен шунда уҡ һатырға сығып китә. Ул үҙенең ҡара эшен тулыһынса таный, кәйеф-сафа ҡороуға шайтан һыуы етмәй ҡалғанлығын, был нәмәләрҙе хәмер алыу өсөн урлағанлығын әйтә. Был ир алдан да бурлығы өсөн хөкөм ителгән булған.
Хәмер ҡоллоғона эләккәндәр Хоҙайҙан да ҡурҡмай, тик шайтан ҡотҡоһонда йәшәй. Йәштәрҙең был һаҙлыҡҡа батыуын күреү үтә аяныс.