Бөгөн Өфөлә таҙалыҡ көнө ойошторолдо. Биләмәләрҙе ҡарҙан һәм сүп-сарҙан таҙартыуҙа 20980 кеше һәм 848 берәмек техника ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, республика Хөкүмәте, министрлыҡтар һәм ведомстволар, Өфө ҡалаһы һәм райондар хакимиәттәре, төрлө милек төрөнә ҡараған предприятиелар һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре баш ҡала парктарында һәм скверҙарында, күп фатирлы йорттар ихаталарында, йәйәүлеләр йөрөгән урындарҙы ҡатҡан ҡарҙан таҙартты.
“Бик яҡшы кәйеф менән сыҡтыҡ. Яҙҙы яҡынайтабыҙ, тәбиғәткә ярҙам итәбеҙ. Дөйөм йортобоҙҙо – ҡалабыҙҙы – ипкә килтерәбеҙ”, – тип белдерҙе таҙалыҡ көнөндә ҡатнашыусыларҙың береһе, Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең халыҡтың социаль селтәрҙәрҙәге мөрәжәғәттәре буйынса эш төркөмө хеҙмәткәре Азамат Тимерғазин.
Ҡала биләмәләрен таҙартыу буйынса төп эште коммуналь һәм торлаҡ хеҙмәттәре атҡара. Бөгөн, 848 берәмек техника йәлеп ителеп, 4500 кубометрҙан ашыу сүп-сар сығарылған.
Күп фатирлы йорттар ихаталарында 812 йыйыштырыусы көс түгә. Был эшкә слесарҙар, сантехниктар ҙа йәлеп ителгән. Бынан тыш, подъездарҙы дезинфекциялау һәм санитар таҙартыу буйынса эш алып барыла. Коммуналь хеҙмәттәр бигерәк тә төп магистралдәрҙе, урамдарҙы һәм юл буйҙарын бысраҡтан, ҡарҙан таҙартыуға иғтибар бүлә. “СУРСИС” эшсәндәре, нигеҙҙә, канализацияларҙы һәм йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән ер аҫты үткәүелдәрен таҙартһа, “Өфө ҡала уты” ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре световорҙарҙы һәм башҡа ҡоролмаларҙы йыуҙы. Бынан тыш, коммуналь хеҙмәт эшсәндәре транспорт туҡталыштарын таҙарта, ипкә килтерә.
Төндә лә баш ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре Өфө биләмәләрен ҡарҙан һәм сүп-сарҙан таҙартыу эшен дауам итәсәк.
Фотолар: Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.