Йәмғиәт
21 Марта 2020, 06:55

Заказ артынан ҡыуып...

18 кеше яраланған, өсәүһе үлгән...

Башҡортостан Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, йыл башынан республикабыҙҙың ҡала-райондарында эшләгән еңел автомобиль таксиҙары ҡатнашлығында 19 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 18 кеше яраланған, өсәүһе үлгән.
Сәбәптәр төрлө. Водителдәр күберәк ҡағиҙәләрҙе инҡар итеү, юл билдәләрен һанға һуҡмау, үҙҙәренә артыҡ ышаныу арҡаһында бәләгә тарый. Бынан тыш, байтағының тәжрибәһе лә самалы. Һүҙ ҙә юҡ, ял итмәй заказ артынан ҡыуыуҙың да аҙағы насар тамамлана. Әйткәндәй, был осраҡта пассажирҙарҙы ташыуға рөхсәт алған водителдәр генә иҫәпкә алынған, ә үҙ белдеге менән таксист булып китеүселәрҙең иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел. Әле ғинуар - март урталарына хәтлем закон боҙоуҙың 70 осрағы теркәлгән.
Таксистар йылдан-йыл арта. 2018 йыл менән сағыштырғанда, былтыр такси хеҙмәтен күрһәтеүгә рөхсәт ҡағыҙы биреү 46 процентҡа күбәйгән.
Фото: taxi-enigma.com
Читайте нас