Йәмғиәт
24 Марта 2020, 08:30

Резеда апай һеңлеһенең үлемендә үҙен ғәйепләй

“Һуңғы көнөнә тиклем ул һаҡлыҡҡа һалған аҡсаһының яҙмышы менән ҡыҙыҡһынды. Эсемдән генә мине ғәфү итеүен үтендем, мин бит уны ошо көнгә төшөрҙөм,” - тип бик үкенә пенсионер.

Башҡортостанда финанс пирамидаһы шаңдауы дауам итә. Былтыр “Инвестсоцвклад” ҡулланыусылар кооперативы етәкселәренә ҡарата мутлашыу осрағы буйынса енәйәт эше асылғайны. Ике меңдән ашыу кешенең 650 миллион һумдан ҡолаҡ ҡаҡҡаны билдәле.
Ошо мутлыҡ ҡапҡанына эләгеүселәрҙең береһе Резеда Тимербаева көтмәгәндә башына төшкән оло ҡайғыһы менән уртаҡлашты. Оло кеше ейәнсәрен тәрбиәләй, ауырыу ҡыҙына дауа алырға ярҙам итә. Ҙур булмаған пенсияға йәшәп ҡара! Пенсионер өҙөп-йолҡоп йыйған аҡсаһын үҙ ҡулы менән мутлыҡ ҡылыусыларға илтеп бирә, ул ғынамы, өҫтәүенә туғандарын да финанс пирамидаһына аҡса һалырға өгөтләй. Ҡаты ауырыған һеңлеһе үҙ өлөшөн ҡайтарғандарын көтөп еткерә алмай, сентябрь айында вафат була.
“Һуңғы көнөнә тиклем ул һаҡлыҡҡа һалған аҡсаһының яҙмышы менән ҡыҙыҡһынды, ә мин уны мотлаҡ ҡайтарасаҡмын, тип һүҙ бирҙем. Эсемдән генә мине ғәфү итеүен үтендем, мин бит уны ошо көнгә төшөрҙөм, тип үҙемде ғәйепләйем,” - тип бик үкенә пенсионер.
Хәҙер 80 йәшкә етеп барған инәйгә ейәнсәрен тәрбиәләргә, аслы-туҡлы йәшәргә тура килә. Финанс пирамидаһы төҙөүселәрҙең вәғәҙәләренә алданғандар араһында фатирҙарын һатып, аҡсаһыҙ ҙа, торлаҡһыҙ ҙа ҡалғандар бар. Ваҡиғалар береһенән-береһе хәтәрерәк!
Кешеләр әйтеүенсә, уларға йыллыҡ килемде 14 процентҡа арттырырға вәғәҙә иткәндәр. Сағыу реклама, дәүләт банкыныҡына оҡшаш логотип, яңғырауыҡлы исем уларҙы ышандырған. "Финанс пирамидаһы – барыһынан элек инвестиция объекттарын күрһәтмәй генә кешеләрҙең аҡсаһын йәлеп итә торған ойошма. Ул яңы килгән инвесторҙар йәки аҡсаһын һалыусылар иҫәбенә килем түләргә тырыша", - ти Рәсәй банкының Башҡортостан буйынса Милли банк бүлексәһе идарасыһы Марат Кашапов.
Эске эштәр министрлығының бүлек начальнигы Максим Родионов әйтеүенсә, компания 2016 йылдан эшләй башлаған, республикала 21 офис асҡан. Предприятие етәксеһе ҡулға алынған, енәйәт эше асылған. ”Әгәр ҙә һеҙ ошо пирамида ауына эләккән булһағыҙ, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығына мөрәжәғәт итегеҙ,” - ти етәксе.
Билдәле булыуынса, “Инвестсоцвклад”ты ойоштороусылар суд аша үҙҙәрен бөлгөнлөккө төшкән кооператив итеп раҫларға тырыша. Ул саҡта ике меңдән ашыу алданған кеше аҡсаһын ҡайтарып ала алмаясаҡ.
Фото: Bash.News.
Читайте нас