Коронавирус темаһы барлыҡ булмыштарҙы яулап алғанда, Нефтекаманан яҙ еткәнен иҫкә төшөргән, кәйефте күтәргән мәғлүмәт килде. Ҡала мэры Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә ҡаланы аҙна һайын үткәрелә торған таҙалыҡ өмәһенә саҡырған видеояҙма ҡуйған.
Яҙма әлеге ваҡытта үтә популяр булған, "Евровидение" конкурсында Рәсәй данын яҡларға тейешле Little Big төркөмөнөң “Uno” йырына пародия булып тора. Кадрҙа бер ир һәм ике ҡыҙ йырҙың үҙгәртелгән тексы менән ҡала халҡын “Таҙа кесаҙна” акцияһында ҡатнашырға саҡыра. “Covid-19 таҙалыҡтан һәм яҡшы кәйефтән ҡурҡа!” - тип яҙған Мәүлиев сәхифәһендә.
Әлбиттә, таҙалыҡ акцияһында бөтәһе лә ҡатнаша алмай: сит илдән ҡайтып, карантинда булғандар өйҙә ҡала.