Йәмғиәт
26 Марта 2020, 14:30

Өй эйәһе туҙына. Нимә эшләргә?

Баҡтиһәң, яңы йортҡа күсеп йәшәй башлағандан алып йоҡоһо йоҡо түгел икән.

Өй эйәһе туҙына. Нимә эшләргә?
Күптән түгел яҡташым менән осраштым. Элекке мәрәкә яратҡан күңелсәк ҡыҙ уйсан һәм тыныс ҡатынға әйләнгән. Уйлап ҡараһаң, тормошо урынына ултырған – үҙенең эш урыны бар, ире Себерҙә аҡсаны көрәп ала, балалары уңыштары менән шатландыра.
Юлдашым бер аҙ үҙенең уйҙарына күмелеп килде лә көтмәгәндә ошондай һорау бирҙе.
– Ә һеҙ бүтән берәй көскә ышанаһығыҙмы?
Баҡтиһәң, яңы йортҡа күсеп йәшәй башлағандан алып йоҡоһо йоҡо түгел икән. Бер йыл элек өй туйлағандар. Иренә Сорғот ҡалаһына эшкә китергә лә ваҡыт еткән. Киләсәкте уйлап ғүмер иткән ғаилә балаларын Өфөләге гимназия-интернатҡа уҡырға биргән. Йәш ҡатын хан һарайындай иркен йортта яңғыҙы ҡалған.
– Әлбиттә, йолаға таянып, йортҡа аят уҡыттыҡ, – тип һөйләй әңгәмәсем. – Тик бына Сәмиғулла эшкә киткәндең икенсе төнөнә ығы-зығы башланды бит! Инде йоҡлап ҡына китһәм, кемдеңдер атлап йөрөгәне ҡолаҡҡа салына, хатта ишектең асылып ябылғанына тиклем ишетелә. Мәхшәр көн дә ҡабатлана. Ирем вахтаһын тултырмай ҡайтып килде хатта, ғәжәп, бынан ары барыһы ла тынысланды. Ул юлға сығыу менән тағы өйөмә кемдер эйәләште. Уның өй эйәһе икәнен беләм, әммә тыныслана алмайым...
Нимә тиергә лә белмәнем. Ә һеҙ ошондай хәлгә тарығанығыҙ бармы? Ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?
Фото: aminoapps.com
Читайте нас