23 мартта баш ҡаланың Менделеев урамындағы төҙөлөш биләмәһендә бер ирҙең мәйете табыла.
Тәфтишселәр асыҡлауынса, 22 март кисендә ике ир һәм бер ҡатын төҙөлөштә араҡы эскән. Көтмәгәндә ирҙәр араһында низағ сыҡҡан. Һөҙөмтәлә уларҙың береһе дуҫын үлтергәнсе туҡмаған һәм енәйәт урынынан ҡасҡан.
Тәртип һаҡсылары енәйәтсенең шәхесен асыҡлап, уны тиҙ арала ҡулға алған. 23 йәшлек был әҙәмдең аныҡ йәшәгән урыны ла юҡ икән. Әле уға ҡарата енәйәт эше асылған, тикшереү бара.