Аллаһ Тәғәлә беҙгә йәшәү өсөн күҙҙе шатландырыр йәмле күренештәр биргән. Беҙҙең Ейәнсура районы ла ғәжәйеп гүзәл төбәк ул. Памир хәтлем булмаһалар ҙа, бейек тауҙары, сылтырап аҡҡан үтә күренмәле йылғалары, аллы- гөллө төҫтәге сәскәле туғайҙары бар... Ә бына беҙ шул матурлыҡты арттырып, йәшәгән еребеҙҙе ҡулдан килгән тиклем йәмләп торһаҡ, күңелдәребеҙ нурлыраҡ булыр.
Былтырғы көҙҙә Ағурҙа һәм Биштирәк ауылдары халҡының дәррәү ҡуҙғалып, ике ауыл мәрхүмдәренең мәңгелек йорттары – зыяратты кәртәләп ҡуйыуҙары тураһында хәбәр ишеткәс, ситтә йәшәһәм дә, күңелемә рәхәт һәм яҡты булып китте.
Йәйен тыуған яҡҡа ҡайтҡан саҡта нисектер үҙемде мәрхүм атай-әсәйем фатихаһынан мәхрүм, ҡәберлектә ятҡан яҡындарымдың яҡты рухы алдында үтәлмәгән бурысым бар һымаҡ һиҙә инем. Әлбиттә, кәртәһе сереп тарала башлаған, мал тапап йөрөгән зыярат күңелде ҡырып ҡына түгел, тирә-яҡты ла ҡотһоҙландырып тора ине. Байтаҡ сығымдар талап иткән был эште ерле халыҡҡа ғына йырып сығыу мөмкин дә түгел. Ә бына “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ҡушылып, йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү проекттары конкурсында ҡатнашыу ошондай ҙур һөҙөмтә бирҙе. Был конкурста еңгәндәр республика ҡаҙнаһынан ярайһы ғына аҡса алып, урындағы киҫкен социаль-иҡтисади проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтә ала. Иң тәүҙә зыяратты кәртәләү зарур, тигән теләк белдергән Ағурҙа халҡына биштирәктәр ҙә әүҙем ҡушылып, ике ауыл халҡы проектты әҙерләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашып ҡына ҡалманы, конкурстың шарты буйынса ерле халыҡтан йыйылырға тейешле сумманы ла тиҙ арала йыйып тапшырҙы. Ситтә йәшәгән яҡташтар ҙа был изге эшкә өлөш индерергә онотманыҡ. Был берҙәмлек проектта еңеп сығырға һәм тейешле сумманы алырға ыңғай йүнәлеш бирҙе, бөгөн килеп зыярат кәртәләнеп тә ҡуйылды.
Оҙаҡ йылдар Байыш ауылы биләмәһе башлығы вазифаһын үтәп, бөтә сараларҙың уртаһында ҡайнап, халыҡ менән бер тулҡында йәшәгән Ғәли Ғәлимйән улы Күсәрбаевтың ҡыуанысының сиге юҡ: “Зәүхиә апай, был минең изге маҡсатым ине. Аллаға шөкөр, был эште лә йырып сыҡтыҡ. Һәр яҡлап ярҙам күрһәткән ике ауыл халҡына ла рәхмәтлемен. Берҙәм һәм татыу булғанда хеҙмәттең ауырлығы һиҙелмәй, “һә” тигәнсә башҡарып та ҡуйҙыҡ. Нисә быуын күмелгән бит был ҡәберлектә. Ошо ике ауылға нигеҙ һалып, аслыҡ-яланғаслыҡ, ауыр һуғыш йылдарын уҙған, күпме быуынға ғүмер биргән беҙҙең әбей-бабайҙар, әсәй-атайҙарҙан фатиха алыуға изге ғәмәл башҡарылды. Туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ ҡаршыһында йөҙөбөҙ яҡтырып ҡалды. Изге ғәмәлдең сауаптары был башланғысҡа өлөш индергән бар кешеләргә лә Аллаһтың рәхмәттәре булып ҡайтһын. Зыярат – барыбыҙҙың да бара торған һуңғы төйәге. Уны ҡарап һәм тәрбиәләп тороу – тереләрҙең изге бурысы”, – тине ул булдыҡлы етәкселәргә хас теүәллек менән, үҙенең эшенә дөрөҫ баһа ҡуйып.
Замана ауырлыҡтарына ҡарамайынса, алдына халҡым өсөн тип ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәгән кешегә изге көстәр ҙә ярҙам итә торғандыр, тип уйланым мин дә ул ҡыуанғанға ҡыуанып.
Изге ниәттең арты хәйерле була. Халыҡтың теләгенә тура килерлек башланғыстарҙы хуплап ҡына ҡалмайынса, уға йөҙө менән боролған республика һәм район етәкселәренең ғәмәлдәре лә маҡтауға лайыҡ. Ҙур сығымдар талап иткән эштәрҙең иһә иге-сиге юҡ. Берҙәм рәүештә бөтә республика халҡы тауыш биреп һайланған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың халыҡтың көнкүрешен, тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән проекттарҙы финанслауға ыңғай тороуы, проблемалар тураһында хәбәрҙар булыуы, һәр яҡлап ярҙам итергә әҙерлеге – ҡыуаныслы хәл. Беҙҙең район халҡының да, был мөмкинлектәрҙе файҙаланыуҙан ситтә ҡалмайынса, берҙәм һәм әүҙем ҡатнашыуы үҙ емештәрен күрһәтә башланы. Тамсынан күл йыйыла! Бындай изге ниәтле эштәр алда ла булып торһон, Аллаһ Тәғәлә барыбыҙға ла изге ғәмәлдәргә мөмкинлектәр өсөн юл асһын!