Ғафури районының Сәйетбаба ауылында йәшәүсе 92 йәшлек Мөнирә Ғәзизова – тыл һәм хеҙмәт ветераны, туғыҙ бала әсәһе, беренсе төркөм инвалиды булып яуҙан ҡайтҡан һуғыш ветеранының тол ҡатыны.
– “Башҡортостан” гәзитен ғүмер буйы алдырҙыҡ. Оло улым – Дәүләтбайым – дүртенсе класта уҡ ҙур-ҙур романдар уҡый ине. Шул мәлдәрҙән өйгә яҙылып, балалар баҫмаһын да алдыра башлағанбыҙҙыр. Туғыҙ балабыҙҙы ла мәктәпте тамамлап таралғансы гәзит-журналдан айырманыҡ. Почтальонды түҙемһеҙләнеп, көтөп ала инеләр. Балаларым гәзит-журнал уҡып үҫте. Әле лә күпләп алдырам. Район гәзите “Табын”дың бер һаны ла килмәй ҡалғаны юҡ. Ғинуар айынан тағы ла дини-мәҙәни баҫма өҫтәлде – “Бәрәкәт” журналының беренсе һанын алып ҡыуанып ултырам. Халыҡҡа аң-белем таратыусы, тип әйтәм мин гәзит-журналдарҙы, – ти Мөнирә Ғәзизова. – Былтыр “Тамаша” журналына яҙылып, велосипед отҡайным. Яңыраҡ “Башҡортостан” гәзите компрессор бүләк итте. Велосипедтың миңә шул тиклем кәрәге тейҙе: балаларым йәһәт кенә йомошомдо йомошлап, дарыуханағамы, магазинғамы бара һалып килә. Тәгәрмәсенә тын тултыра торған әкәмәте юҡ ине әле. Бына бит, Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте инде! Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, тиҙәр. Нәҡ шулай инде! Мине ҡыуандырған өсөн һәр баҫмаға ҙур рәхмәтемде әйтәм. Уҡыусылары күп булһын, тираждары артып торһон!
Форсаттан файҙаланып, Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа бик күп рәхмәттәрен еткерҙе ул. “Әйткән һәр һүҙен эше менән нығыта бара. Бик аҡыллы етәксе. Бер генә миҫал: ауылыбыҙҙа нисәмә йыл һүнгән килеш торған урам буйы бағаналарына яҡтылыҡ бирҙе. Хәҙер төнөн торғанда ла өй эсем яҡты, ут ҡабыҙып яфаланмайым. Мин уларҙы “Радий уттары” тип атаным. Шул яҡтылыҡҡа ҡыуанып, көн дә уға рәхмәттәремде уҡыйым. Аллаһ Тәғәлә уға ныҡлы һаулыҡ бирһен!” – ти Мөнирә Кинйәғол ҡыҙы.
“Бөтөн илебеҙ Бөйөк Еңеү байрамын ҡаршыларға йыйына. Был ҡыуаныслы байрамды, әлеге матур тормошто яугир-ветерандар, илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшеүселәр, балаларымдың атаһы ла, бик күп тиҫтерҙәрем дә күрә алмай үлеп китте. Әлеге матур донъяны күреп, ҡайһылай ҡыуанышып ултырырҙар ине, тип көн дә әсенеп уйлайым”, – тип уй-хистәре менән уртаҡлашты ағинәй.
Үҫмер сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. 13 йәшенән колхоз баҫыуында эшләй. Ауылда эшсе көс ҡатын-ҡыҙ, бала-саға, ҡарт-ҡоро ғына була. Ире беренсе төркөм инвалиды булып ҡайта һуғыштан. Мин ғәрип, тип өйҙә ултырмай. Илде аяҡҡа баҫтырырға кәрәк: ғүмер буйы колхозда эшләй. Алдынғы ҡортсо була. Бал алыу буйынса планды арттырып үтәгән өсөн фоторәсеме Өфөлә Почет таҡтаһында тора. Мәскәүгә ВДНХ-ға саҡыралар, сәбәптәр булып, бара алмай. Мөнирә апай документтарын, рәсми ҡағыҙҙарын әле лә ҡәҙерләп һаҡлай. “Ҡулы оҫта булды. Мин белгәндән генә ауылда шәхси хужалыҡта утыҙ йорт төҙөштө. Балалар үҫтерҙек. Ил иңенә төшкән ауырлыҡты бергә күтәрҙек”, – ти ул.
“Баҫманы ҡулға тотоп уҡыу – үҙе әйтеп бөткөһөҙ ләззәт ул. “Башҡортостан” гәзите бер быуаттан ашыу донъя күрә. Уның биттәрендә – ил тарихы, кешелек тарихы. Башҡорт телендә сыҡҡан сал тарихлы баҫмаларыбыҙҙы ҡәҙерләйек. Уларҙан бер көн дә айырылмайыҡ!” – тип тамамланы һүҙен ағинәй.