Санаторийға килеп, билдәләнгән бүлмәгә инеп, ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе ҡуйырға тип тумбочканы асһам, бер мөйөштә ятҡан ҡағыҙға күҙем төштө. Өс бит дәфтәр ҡағыҙы. Ваҡ ҡына ғәрәп хәрефтәре менән сыбарланған. Ихтыярһыҙҙан уҡырға мәжбүр булдым. Ул ошо бүлмәлә ял иткән Хәлфетдин исемле бабайҙың ҡарсығына яҙған, ләкин ни өсөндөр ебәрелмәй ҡалдырған хаты булып сыҡты. Мин уны, бәлки, адресатын табыр тигән ниәт менән күсереп яҙырға ҡарар иттем.
Урал тауҙары тиклем ҙур-ҙур, Ағиҙел йылғалары ҡәҙәр оҙон-оҙон һағынышлы сәләмдәремде иртән иҫкән йомшаҡ елдәр аша һиңә күндереп ҡалам. Өй эсендәгеләрҙең барыһына ла айырмайынса сәләм әйтерһең. Айырып әйткәндә, берҙән-бер төпсөгөм Сәйфетдин улыма, уның һөйөклө йәмәғәте, йәғни, мәҫәлән, Миңлеәсмәбикә киленебеҙгә, улдары Револ, ҡыҙҙары Люциәгә үҙҙәре күтәрә алған тиклем бик ҡайнар сәләм әйтерһең. Сәйфетдин улым машинаһын ремонтлап бөттөмө? Мин киткәндә, бөтмәй ҡалған ине. Сәсеүгә ҡасан төшәләр икән? Теге Ҡорокүл яҡтары ҡарҙан асылдымы? Быйыл яҙ һуңлабыраҡ килә шул — асылып та бөтмәгәндер әле. Килен үҙ эшендә эшләйме? Һыйырҙары һөттө кәметмәнеме икән? Теге ала мәхлүге сырхап тора ине. Терелдеме? Бер көн шул мәхлүк төшөмә кереп аптыратты. Кәкре мөгөҙ үҫкән икән, тим, үҙенә. Ажғырып тороп һөҙөргә килә. Саҡ ағас башына менеп ҡотолдом. Бәй, ҡараһам, һине һөҙөп йыҡҡан икән, тим. Килен шунда ауыҙын йырып ҡарап тора, араламай ҙа. Һине йәлләп уянып киттем. Улай-былай сирләмәнеңме, ҡарсыҡ? Сирләһәң, телеграмма һуҡтыр — “һә” тигәнсә ҡайтып етермен.
Нисек килеп еттең тигәндә, иҫән-һау ғына килеп еттем. Поездан төшкәс, был “ыснатурий” тигәндәренә ҡәҙәр суйын юл буйлап тәпәй-тәпәй барырға икән. Шпал һанап килә-килә күҙҙәр тоноп бөттө. Етмәһә, теҙҙән бысраҡ, бер аяҡты тартып алаһың, икенсеһе бата. Ыснатурий тиклем ыснатурийҙа ял итергә булғас, уныһына ғына түҙәһең инде. Түҙҙем. Хәлһеҙ тәнемде, сыҡмаған йәнемде өҫтөрәп тәки килеп еттем. Үҙемдә лә көс-ҡеүәт бар икән әле, ҡарсыҡ!
Килгәс тә духтыр ҡараны. Беҙҙең ауылдың духтыры духтырмы ни ул! Нисә йыл йәшәремде лә әйтә алмай торған ине. Бына бындағы духтыр духтыр, исмаһам! Күҙлекле. Тыңлап та ҡараны, әйтеп тә һалды “до смерти жить будешь”, тине, йәғни, беҙҙеңсәгә әйләндереп әйткәндә, үлгәнсе йәшәрһең тигән һүҙ була. Шул тиклем дә дөрөҫөн белер икән, рәхмәт төшкөрө! Күңелдәрем тулып, илағыларым килеп китте. Киләһе йылға һине лә алып килеп, шул духтырға күрһәтермен әле, яҙған булһа, һин дә бит, ун ике сынаяҡтан артыҡ сәй эсә алмайым, тыным ҡыҫыла, тиһең.
Нимәләр менән дарыулайҙар, тигәндә, шул күҙлекле духтыр ғәжәп тә килешә торған дарыуҙар яҙып бирҙе. Тағы бер тапҡыр рәхмәт төшһөн. Урыҫ булһа ла, мосолман кеүек. Беренсе дарыуы грелка тип атала. Тимер көрәк ҙурлығы резина ҡапсыҡ эсенә ҡайнар һыу тултырып алаһың да ҡайһы ерең ауыртһа – шунда ҡуяһың. Ҡуйыуың була, йыуып алған кеүек ауыртыу бөтә лә китә, эретеп кенә йоҡлатып ебәрә. Әкәмәт! Мин уны һиңә оҡшатып “ҡарсыҡ” тип йөрөтәм. Ни өсөн тигәндә, һиңә арҡамды ҡуйып ятһам, шулай эреп кенә йоҡлап китә торған инем.
Икенсе дарыуын кислород тип йөрөтәләр, йәғни, үҙебеҙсәгә әйләндереп әйткәндә, һауа була. Шул һауаны, быныһында инде көрәк ҙурлығы түгел, ә мендәр ҙурлығы резина ҡапсыҡҡа тултыралар ҙа, аҡ йәймә йәйгән ҡаҡ һикегә ятҡырып, егерме минут һурҙыралар. Бәпәй имеҙлек һурған кеүек һураһың. Әй шәп нәҫтәкәй ҙә инде! Бына ун көн һурҙым, ун йәшкә йәшәргән кеүек булдым. Күҙгә күренеп файҙаһы бар: тындар киңәйеп, күкрәктәр иркенәйеп китте. Ул кислород тигән һауаны беҙҙең ауылда ла бар, тиҙәр, һин унда мин ҡайтҡансы ук Сәйфетдин улыма әйт: кладовщиктан һораһын, мендәр ҙурлығы резина ҡапсығы юҡмы икән? Әгәр булһа, йөҙ ҙә биш һум аҡса түләп, расходланып, шул тиклем йыраҡҡа, йәғни ыснатурийға барып йөрөгәнсе, үҙебеҙ генә һауа тултырып, икәүләп өйҙә генә һурып ятыр инек.
Ашау яғына килгәндә, эш былай тора. Ваҡ-төйәктәрен ҡушып, илаһи уптым сутлағанда, көнөнә дүрт мәртәбә ашаталар булып сыға. Туйырлыҡ булмаһа ла, тамаҡ ялғарға мөмкин. Иттәре ялтырап торған сусҡа ите. Әфисиәнт ҡыҙҙары шул сусҡа итен “ҡош ите лә ҡош ите” тип ауыҙ һыуын ҡоротоп ҡыҫтай, маҡтай.
Шулай ҡыҫтап, шулай маҡтап торғас, бисмилла итеп, мин дә ашай башланым. Ғәфү ит, ҡарсыҡ, нишләйем һуң? Үҙең беләһең бит минең итһеҙ тора алмағанды. Алланың ҡаты ҡәһәре төшөп, тамуҡта янһам янайым, күрәләтә астан үлмәйем, тинем.
Тағы шуныһы бик яман: сәйҙе бер генә стакан бирәләр. Ул да ҡайнар түгел — өшөп бөткән. Ҡайтҡас, ҡап-ҡорһаҡлы еҙ самауырҙы ҡайнатып, теҙгә-теҙ төртөп кенә, икәүләп бер сәй эсербеҙ әле рәхәтләнеп, йәғни, теге йырҙағыса, самауырҙы йыҡҡансы, таҫтамалды һыҡҡансы.
Көндәреңде нисек үткәрәһең, тигәндә, көндөң үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Йоҡлай торған өйөбөҙ менән ашай торған өйөбөҙ ике ерҙә. Шул икеһе араһында туда-суда йөрөйбөҙ ҙә йөрөйбөҙ. Әйләнсек һарыҡ кеүек. Йоҡлап тораһың, ашарға барырға кәрәк. Барыу өсөн кейенергә кәрәк. Сират тороп кейенәһең, сират тороп сисенәһең, ашайһың да тағы сират тороп кейенәһең, тағы сират тороп сисенәһең. Көнөнә дүрт мәртәбә, һәр сисенгәндә кейемең урынына шылтырап торған номерлы түңәрәк ҡалай тотторалар. Шул ҡалайҙарын юғалтып бер көндө эт булдым. Кейендереп-сисендереп тороусы ҡатын яман уҫал икән: минең тун менән бүректе бирмәй генә бит, шабаш! Давай номерҙы, ти. Номер тигәне әлеге шул ҡалай. Пропал, тим. Ҡыҙып китте, тетеп ташланы, бишмәтеңде ни получиш, ти. Пожалуста, бирә күр инде, мояныҡы больше ничава нет, тип ҡарайым. Знать не знаем, закон такой, ти. Көнө буйы шул ҡатын янында баҫып торҙом, ни өсөн тигәндә, сөнки ни туды, ни суды китеп булмай, тышта һалҡын. Ярай әле, рәхмәт төшкөрө, бер әфисиәнт ҡыҙыҡай теге ҡалайҙы табып килтереп бирҙе.
Юғиһә тун менән бүрекһеҙ ҡала инем. Туны чурт с ним инде — иҫкергән, ә бүреге яңы бит әле — туғыҙ ҡыш ҡына кейелгән.
И-и-и, онотоп яҙмай ҙа торам икән: тағы бер мәрәкә булды. Мәрәкә генә түгел, уйындан уймаҡ сыға тигәндәй, саҡ-саҡ ҡына үлмәй ҡалдым, ҡарсыҡ. Әлеге шул ашханала. Йәш-елкенсәкте беләһең бит инде, шаярырға ярата. Бында ла этләшәләр. Ултырғыстарҙың барыһы ла аҡ тауар менән тышланған. Бер ҙә юҡҡа тауар әрәм итеп, ниңә шулай иткәндәрҙер инде — белмәҫһең. Бына шул ултырғыстарҙың ултыра торған еренә, әлеге аҡ ситсы аҫтына йәшереп, төрлө нәмә ҡуялар: ҡашыҡтар, сәнскеләр, сәйнүк ҡапҡастары — шундай нәмә. Берәйһе һиҙмәй килеп ултырһа, ауыҙ күтәреп көләләр. Минең менән, алтмыш йәшлек ҡарт менән, шаяралар тип кем уйлаһын! Бер көндө ултырғысыма лып итеп ултырыуым булды, йомшаҡ еремә нимәлер мытыр итеп кереп китеүе булды. Күҙҙәремдән уттар күренде. Минең янда ултырған ҡыҙыҡайҙың ултырғысына ҡуябыҙ тип, минең ултырғысҡа сәнске ҡуйғандар, йүнһеҙ шомлоҡтары! Ике көн шешеп йөрөнө — ултыра ла алманым.
Бында кемдәр бар тигәндә, төрлөһө бар: йәше-ҡарты, яҡшыһы-яманы, сирлеһе-таҙаһы – төрлөһө. Минең менән бер бүлмәлә йәшәгән кеше әйтә: сирләгәндән килмәнем, аптырағандан килдем, ти. Ҡатыным бигерәк көнсөл булды, йөрөйһөң тип көн һайын ҡолаҡ итемде ашай, ти. Бер ҙә юҡҡа ашамаһын, ашағас, барға ашаһын, йөрөп ҡайтайым әле тип киттем, ти. Ярай әле, ҡарсыҡ, һин шундай көнсөл булмағанһың. Молодец! Был ыснатурыйҙан ҡайтышлай Өфөгә туҡталһам, үҙеңә бик һәйбәт ситсы яулыҡ алып ҡайтырға ниәтләнәм. Теләктә тор.
Тағы ла кемдәр бар, тигәндә, бында шәләй-вәләй халыҡ ҡына түгел, күренекле халыҡ та бар. Әле күптән түгел генә Өфөнән дүрт штук яҙыусы килде: икеһе ир кеше, икеһе ҡатын-ҡыҙ затынан. Былай ҡарап торғанда, әллә ни иҫ китерлек матур әҙәм түгелдәр: береһе тәҡәтһеҙ оҙон, ҡолға кеүек, етмәһә, мыйыҡ ебәргән. Икенсеһе, ташҡа үлсәйем, шаҙра. Ҡатындарының да ҡыҙығырлыҡ ерҙәре юҡ: береһе һиңә оҡшаған, йыуан, икенсеһе нескә, һары. Шулар теге Туҡай кеүек шиғыр-миғыр, хикәйәттер-әкиәттер яҙалар икән. Кисә халыҡты йыйып, шул нәмәләрен уҡып күрһәттеләр. Ҡай берәүҙәр ҡул сапҡан булды. Мин сапманым, бик ҡорһағым асҡан ине, ҡасан ужин етер икән, нимә ашатырҙар икән, тип уйлап ултырҙым.
Бына шулай, ҡарсыҡ. Тағы ун ете көн ярымдан һинең яныңа ҡайтып етермен, тип өмөтләнәм. Һағынһаң да, түҙ инде, иларға тырышма – малдарыңды ҡара. Һарыҡтар һаман бәрәсләмәнеме? И-и-и, Сәйфетдингә тағы әйт: кладовщиктан теге резина ҡапсыҡ тураһында һорарға онотмаһын. Бына хәҙер шул кислородты һурырға барам. Бик килешә.
Теге яҙыусылар кеүек мин дә, һағыныуыма түҙә алмайынса, бер йыр ғәләмәте уйлап сығарҙым.
Билкәйҙәрем, һай, өҙөлә, —
Һағыныуҙарым бөтмәҫ инде,
Тиҙерәк күрергә зар-интизар булып, өҫтәмә ялҡынлы сәләм менән: