Йәмғиәт
31 Марта 2020, 10:50

Харап шәп булды әле

Беҙҙең халыҡ ҡыҙыҡ ҡына ул. Һәр ваҡыт яңылыҡҡа башы-тояғы менән ҡаршы тора. Бына әле лә ҡулайлаштырыу сәйәсәтен дә фәлән дә төгән, фәсмәтән тип зыҡ ҡубышалар.

Беҙҙең халыҡ ҡыҙыҡ ҡына ул. Һәр ваҡыт яңылыҡҡа башы-тояғы менән ҡаршы тора. Бына әле лә ҡулайлаштырыу сәйәсәтен дә фәлән дә төгән, фәсмәтән тип зыҡ ҡубышалар.
Минеңсә, бушҡа етәкселәрҙе әрләйҙәр. Бына мин уйлап торам-торам да яман шәп булды әле, тим. Эйе, эйе! Белеп эшләйҙәр, улар шуның өсөн уҡыған бит. Ҡулайлаштырыу әҙәм балаһына харап шәп мөмкинлектәр тыуҙыра. Әллә күпме аҡса янда ҡала. Мәҫәлән, хәҙер беҙҙең силсәүит тә, пушты ла, укол һала торған медпункт та, кантур ҙа, магазин да, мәк­тәп тә, йәсле лә, әптик тә бер урында.
Бер нисә көн элек машина ремонтлай торған урын да астылар. Уныһы бигерәк тә ҡулайлы булды. Бер килгәндә бөтә йомоштарыңды бөтөрәһең дә ҡайтаһың. Бер көндө дәрес ваҡытында балаларға:
– Шуны уҡығыҙ, мин хәҙер ки­ләм, – тинем дә йәһәт кенә сыға һалып машинамды төҙәттерҙем.
Йә, шул насармы? Магазины булыу ҙа уңайлы. Кисә ҡунаҡта булғайным, үҙегеҙ беләһегеҙ, ауыҙҙы күккә сәйөп ултырып булмай ҙа инде, аҙ-маҙ йотҡоларға ла тура килде. Тағы ла балаларға:
– Ошо күнегеүҙе эшләгеҙ, – тинем дә тиҙ генә магазинға инеп, бер ярты алып, башты йүнәтеп алдым.
Аңлағанһығыҙҙыр инде, балаларға белем бирәм мин. Шул ҡулайлаштырыу арҡаһында хәҙер киң профилле уҡытыусыға әүерел­дем. Элек мәктәбебеҙ ун бер йыл­лыҡ булһа, былтыр туғыҙ йыллыҡ итеп ҡалдырҙылар. Ҡалмаҫ ине лә, уҡыусылар бигерәк аҙ. Уҡы­тыусылар, врачтар бөтәһе лә балаларын район үҙәгендәге гимна­зияға биреп бөттө. Үҙемдең ике балам да шунда уҡый. Быйыл анау ыскутник Сәмәй ҙә улын гимназияға алып киткән булды, бала һанын кәметеп.
– Кит, иҫәр, ниңә улайтаһың, исма­һам, үҙеңә ярҙамлашыр, – тигәйнем, әллә кем булып ҡулын ғына һелтәне:

– Һеҙҙән ҡайһы ерем кәм? Мин дә баламдың ҙур кеше булыуын теләйем!
Бығаса физкультуранан ғына уҡытһам, хәҙер физиканан, урыҫ, инглиз телдәренән, тарихтан белем бирәм. Йыр дәресен дә биреп ҡуйҙылар. Өйҙә уҡып өлгөрмә­һәм, ана, китаптан фәлән-фәлән биттәрҙе уҡығыҙ, тим. Ә бына физика ауырыраҡ, әлбиттә. Үҙем ун бер йыл шунан бер нимә лә белмәнем. Тик яуаптары яҙылған китаптар донъя хәҙер, шунан күсерәбеҙ ҙә ҡуябыҙ.
Элек мәктәпте газ менән йы­лыт­һаҡ, хәҙер утын яғабыҙ. Ниңә, бик дөрөҫ эшләнеләр. Өҫтөңә ағас ауып торһон да, былай ҙа барлы-юҡ­лы газды бөтөрөп, шул теләһә кем балалары өсөн әрәм итеп тор әле.
“Ауылды ҡороталар”, – тип етәкселәрҙе, депутаттарҙы әрләү­ҙәре менән төптө килешмәйем.

Бөтәһенә лә беҙ үҙебеҙ ғәйеп­ле. Әлегә берәү ҙә килеп: “Бары­ғыҙ, ауылдан сығып китегеҙ”, – тип ҡыуалап йөрөгәне юҡ әле. Киреһенсә, тыуған ерегеҙҙә ҡалы­ғыҙ, тип кенә торалар.
Шул депутат тигәндән, теге ва­ҡыт Ярлыяҡ районына барғайным, депутат итеп һайлаған ханымды әрләпме-әрләнеләр.

Имеш, теге лә был, бынан дүрт йыл элек һайланырҙан алда бер тапҡыр күрһәләр, хәҙер йөҙөн дә онотҡандар. Ғәжәп, әллә уны үҙҙәре һайлап ҡуйғас та, ул шунда йәшәргә, уларҙың өйөнә һыу, газ үткәрергә, урам буйындағы ҡарҙы таҙартып, һуғышҡан кешене аралап йөрөргә тейеш кенә тип уйлайҙар инде. Депутат тигәс тә, уның ире, балалары юҡ тиҙәрме икән?
Һәр кем иң тәүҙә үҙенең ғаиләһен хәстәрләргә тейеш. Балаларына өй һалып ҡалырға ла, йылына бер килгән отпускыла йылы яҡта ял итеп өлгөрөргә лә кәрәк. Шулай итеп, дүрт йыл “һә” тигәнсә үтә лә китә. Унан тағы әллә һайлайҙар, әллә юҡ.

Эйе, эйе, шул тиклем ат кеүек егелеп эшлә лә саҡ ҡына ла ял итеп алма, имеш. Улар һаулығын юғалтһа, беҙҙе кем хәстәрләр? Беҙгә төртһәң тәгәрәргә торһаң сихут, шыр һөйәк депутаттар кәрәкмәй. Ундайҙар халыҡты яҡлап яғалаша аламы ла пенсияны, эш хаҡын арттырыу хаҡында закон ҡабул итергә һәләтлеме?! Ана бит, телевизорҙан күргәнегеҙ барҙыр, тормошобоҙҙо яҡшыртабыҙ тип ҡайһылары сеймә-сей килеп дөмбәҫләшә. Кемдер ишеү уларҙың кеҫәһендәге аҡсаны һанай. Йәнәһе, йөҙәр меңләп алалар. Шул тиклем эшлә лә алма, имеш. Уныһы ла аҙ әле ул. Мин үҙем, хәлемдән килһә, тағы ла күберәк түләр инем. Улар беҙҙең өсөн һәр тинде иканумлау өсөн тырыша, шунһыҙ алға китеү була тиме…
Бына шулай, йәмәғәт! Ҡулай­лаш­тырыуҙы берүк әрләмәгеҙ. Харап уңайлы нәмә ул беҙҙең өсөн!..

Читайте нас