Йәмғиәт
1 Апрель 2020, 18:40

"Атайымды күрә алмайым..."

Бындай хәлдә әсәйем ни эшләргә лә белмәй, икеләнә. Ә мин атайыма, башҡа һинең ҡыҙың юҡ, тинем...

Тормош булғас, барыһы ла була. Бына тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, таныштарҙың ғаиләһенең аҫты өҫкә килде...
“Ғаиләбеҙҙе өлгөлө тип уйлай торғайным. Атайым оҙайлы командировкаларға китеп эшләне. Әсәйем менән уны һәр ваҡыт һағынып көтөп ала торғайныҡ. Ҡайтыуына барыһын йыуып-йыйыштырып, яратҡан аштарын бешереп торҙоҡ.
Әммә күптән түгел бәхетле донъям емерелде. Күптән түгел беҙгә атайым, таныш булмаған ҡатын һәм ике бала төшкән фотоны ебәрҙеләр. Беҙ тәүҙә әсәйем менән ышанмай торҙоҡ. Насар шаяртыуҙыр тип ҡабул иттек, сөнки атайым ҙур ғына урында эшләй, көнләшеүселәр ҙә барҙыр...
Был фотоны атайыма күрһәткәс, барыһы ла уның йөҙөнән билдәле булды. Үҙе хатта ҡаршылашып та торманы. Әсәйемдән ғәфү үтенергә тотондо, тик уны ғына яратыуын әйтте. Командировкала осраҡлы бәйләнеш булыуын, теге ҡатын ауырға ҡалғас, әйтеп торорға һуң булыуын, шуға ла барыһын да йәшереп ҡалдырыуын бәйән итте.
Атайым беҙҙән кисереүҙе һорай, ғаиләне ташларға йыйынмауын, әммә тегеләрҙе лә ҡалдыра алмауын, сөнки бәләкәй балаларға ярҙам кәрәклеген белдерҙе.
Әсәйем был хәлдә ни эшләргә лә белмәй, икеләнә. Ә мин хәҙер атайымды күрә алмайым, башҡа ҡыҙың юҡ, тинем. Әгәр уның саҡ ҡына ла намыҫы булһа, ул китергә тейеш тип уйлайым, юҡһа мин өйгә бөтөнләй ҡайтмаясаҡмын, фатирға сығам. Эш хаҡым ҙур түгел дә, әммә нисек тә еткерермен әле. Атай булараҡ та, кеше булараҡ та ихтирам итмәгән кеше менән артабан бер фатирҙа ҡала алмайым”, - тип илай-илай һөйләне ҡыҙҙары.
Был хәлдә ниндәй кәңәш бирергә? Ҡыҙ хаҡлымы, әллә...
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас