Әлеге ҡатмарлы мәлдә яман ниәттәрен тормошҡа ашырырға тырышып йөрөгәндәр хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра, халыҡты хәүеф аҫтына ҡуя.
Шундайҙарҙың береһе кисә Өфөлә кеҫә телефондары салонын талап сыҡҡан. Был турала Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
1 апрель кис полиция бүлегенә бер салонға ауыҙ-танауы ҡапланған кешенең һөжүм иткәне тураһында хәбәр килә. Битлекле әҙәм пистолетҡа оҡшаған нәмә менән ҡурҡытып, 34 мең һум аҡсаны тартып алып ҡаса. Был хәл салондағы видеокамерала ла теркәлгән. Уның буйынса талаусының шәхесе асыҡланған, һәм ул тиҙ арала тотолған да. Ғәйепләнеүсе - элек тә хөкөм ителгән утыҙ йәшлек Ейәнсура районы кешеһе.
Был факт буйынса енәйәт эше асылған, ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтында.