Йәмғиәт
3 Апреля 2020, 09:22

Сәсәнлек мәктәбен тергеҙә

Халҡына әйтер һүҙе бар.

1996 йыл. Ҡаҙағстан. Халыҡ-ара әйтеш бәйгеһенә Ҡаҙағстан, Ҡарағал­паҡстан, Үзбәкстан, Азербайжан, Алтай, Хакас, Төркиә, Башҡортостан, Төркмәнстандан вәкилдәр йыйылған.


“Мине республикам, Мәҙәниәт министрлығы ҙур ышаныс менән ошонда ебәргәйне. Шуға: “Ҡунаҡ булып түгел, фәҡәт бәйге тотоусы йыраусы булараҡ сығыш яһайым”, – тинем дә бүлмәмә бикләндем. Бер көндән, йомаҡҡа – яуап, биккә асҡыс тапҡан­дай, оҙаҡ бәйҙә тотоп, бәйгегә ҡатна­шырға ярһыған ерән аттай текә баҫып майҙанға атланым”, – тип яҙа сәсәниә Розалия Солтангәрәева үҙенең “Баш­ҡорт сәсән мәктәбе” тигән китабында.
“Илем, Телем, минең Һыуым, Ерем, Һауам ошо аҡындар байрамында ниңә ҡаҙаҡ иле тирбәлгәндәй ҡалҡынмай? Нисек итеп башҡорттоң мәшһүр сәсән мәктәбен тергеҙергә? Минең эшем һаман эшләнмәй бит тигән борсоулы уйҙар ташламаны мине, – тип дауам итә автор. – Башҡорттоң Сәсәнен ҡайтарыу, тиҙерәк эшкә ҡушыу өсөн ни эшләргә? Хәлдәрҙе ашыҡтырырға ла ярамай, ләкин бигүк һуҙыу ҙа фарыз түгел”.
Ысынлап та, башҡорт сәсән мәктә­бенең тамырҙары тарих төпкөлөнә китә. Һабрау, Ҡаҙтуған, Шалғыйыҙ, Аҡмырҙа, Ҡобағош, Ҡарас, Буранбай, Ерәнсә сәсән, Йәйәүле Мәхмүт, Айҙар Байыҡ, Ишмөхәмәт, Ғәбит, Хәмит, Шафиҡ Тамъяни ише оҫталарҙан сәсәнлек Мөхәмәтша Буранғолов, Шәйехзада Бабич, Фәррәх Дәүләтшин, Сәйет Исмәғилевтәргә күскән. Ә бөгөн был традиция онотолған, яңы заманда, яңы шарттарҙа юғалып ҡалғанмы? Яңы заманда, яңы ижтимағи ҡоролошта шул йолаларҙы нисек дауам итергә? Сәсәнлек – башҡорт ҡанында, әллә бөгөн беҙ алмашын­дыҡмы? Беҙ – XX, XXI быуат балалары... Шулай ҙа беҙ данлы ҡобайыр­сылар, “Урал батыр” эпосын тыуҙырыусылар вариҫы бит әле.
1984 йылда Өфөлә Урал-Волга буйы халыҡтары ижады фестивале була. Шунда Розалия Солтангәрәева үҙе сәхнәгә сыға. Әле уға саҡлы ла, башҡорт ғалимдары фольклор экспедицияларында осрата сәсәндәрҙе... Яңы дәүерҙә Асия Ғәйнуллина, Фәниә Арыҫланова, Фәриҙә Әбсәләмова, Хәнифә Әбүбәкирова, Венера Баймө­хәмәтова, Гөлфинә Сәйетҡолова, Мәү­ҙиға Баймөхәмәтова, Роза Дилмө­хәмәтова, Фәнүзә Ғарипова, Вәсилә Садиҡова, Миңлеямал Иҙрисова, Юлиә Йәһүҙина, Рәмилә Бәхтиева, Абрар Арғынбаев, Мөхәррәм Сәлимов, Әсмә Усманова, Ғәбиҙулла Зарипов, Буранбай Исҡужин, Рәмил Ҡолдәүләт, Фәрит Хәсәнов, Әхмәр Үтәбай, Дамир Шәрәфетдинов, Ҡәҙим Аралбай, Тимер Йосопов, Мәүлит Ямалетдин (әйткәндәй, ул – Алма-Атылағы II халыҡ-ара төрки фестивале лауреаты), Рәйес Түләк, Берйән Байым, Артур Дәүләтбәков, Рәшит Әхтәриҙәр дауам итә ул традицияларҙы. Бер ыңғайҙан ҡобайырҙар яҙып алып өйрәнеүсе ғалимдарҙы ла билдәләйек: Әхнәф Харисов, Кирәй Мәргән, Мөхтәр Сәғитов, Әхмәт Сөләймәнов, Салауат Галин, Фәнүзә Нәҙершина, Рәшит Шәкүр, Гөлнар Юлдыбаева һ.б.
1986 йылда Розалия Солтангәрәева “Салауат батыр”, 1988 йылда Баш­ҡорт­остан Республикаһы тыуған көнгә арнап “Башҡорт иленә” тигән ҡоба­йырын әйтә. 1990 йылда Баймаҡта Ғәбит сәсән призына бәйге, 1991 йылда Өфөлә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында әйтеш, 1995 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында ярыш, 2003 йылда Баймаҡта сәсән майҙаны халыҡ-ара конкурс кимәлендә үтә. 2005 йылдың ноябренән 2006 йылдың апреленә тиклем Өфөлә асыҡ ҡала сәсәндәр бәйгеһе бара.
2007 йылда “Урал батыр”ҙы ятлаусыларҙың Стәрлебашта үткән фестивале лә иҫкә төшә. Ул фестиваль үҙ инешен 1996 йылдан ала. 2012 йылда Әлшәй районында III төбәк сәсәндәр уҙышы булды.
Зәр ҡәҙерен зәргәр белер, һүҙ ҡәҙерен сәсән белер, тиҙәр. Бөтә был сараларҙың башында Мәҙәниәт ми­нистрлығы менән Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов һәм башҡорт сәсәниәһе Розалия Солтан­гәрәева торҙо. Уларға шулай уҡ башҡорт артистары, журналистар, радио, телевидение хеҙмәткәрҙәре, әҙиптәр, шуларҙан Сәрүәр Сурина менән Таңсулпан Ғарипова ярҙам итте.
Әйткәндәй, яңы осорҙа сәсән мәктә­бен тергеҙеүсе Розалия Солтангәрәева үҙе лә боронғо һәм бөгөнгө сәсәндәр сыл­бырын бәйләүсе бер быуын (дүң­гәләк). Ул республикабыҙ үҙаллы­лығын яулаған йылдарҙа ла, тәүге Президентыбыҙҙы һайлаған дәүерҙә лә майҙан тотто, халҡыбыҙға ҡобайыр­ҙарын арнаны, афарин! 2000 йылда Наурыз байрамында ҡатнашып, маҡтау алды, 1996 йылда – Ҡа­ҙағстанда, 1997 йылда Өфөлә халыҡ-ара аҡындар, дастансылар ярышында лауреат булды. Ә 1991 йылда Смо­ленскиҙа Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙары башҡарыусылар конкурсында дан яуланы. 2007 йылда Элистала халыҡ-ара сәсәндәр әйтеше фестивалендә еңде. Уның был хеҙмәтен халҡыбыҙ белә.
Ысын мәғәнәһендә халыҡ сәсәне, бөгөнгө сәсәнлек мәктәбен тергеҙеүсе Розалия Солтангәрәева ғалим булараҡ та сығыш яһай: бында бихисап фәнни хеҙмәттәрен телгә алырға, уны филология фәндәре докторы тип атарға, ул ғалим, әҙип Мөхәмәтша Буранғолов юлынан атлай, тип әйтергә лә кәрәктер. Ғалимә, сәсән әленән-әле ваҡытлы матбуғат биттәрендә халыҡ ижады өлгөләрен пропагандалай.
Халҡыбыҙ сәнғәте, мәҙәниәте, булмышы өсөн көсөн-кәрен сарыф иткән, үҙен аямай алыштарға ташланыр ыласын ҡыҙҙарыбыҙ бар, уларҙың береһе ул – башҡорт сәсәниәһе Розалия.
Читайте нас