Йәмғиәт
4 Апрель 2020, 19:15

Тимәк, ул иҫән!

“Инна, һеҙгә һәм Стасҡа иғтибарығыҙ, йылы ҡотлауығыҙ өсөн рәхмәт! Мин ҡәнәғәт ҡалдым. Һеҙҙең Настя..."

Яратҡан актрисабыҙ Анастасия Заворотнюктың яҙмышы беҙҙе күптән борсой. Былтыр көҙ ул ҡурҡыныс сиргә һабышты: мейе яман шеше таптылар.
Әйтеүҙәренсә, ауырыу асыҡланғанда дүртенсе стадияла булған. Шул саҡтан алып бик күп хәбәр, имеш-мимеш йөрөнө. Тик шуныһы: сирле Анастасияны бер кемдең дә күргәне булманы. Ғаиләһе уны тыныслыҡта ҡалдырыуҙы үтенде. Үҙҙәре лә хәле буйынса комментарийҙар бирмәне. Ә халыҡ аңлай алманы: нисек инде шундай кимәлдәге "йондоҙ", күптәрҙең яратҡан актрисаһы тураһында бер яңылыҡ юҡ? Анастасияның сирле килеш йәки дауаханала ятҡан бер фотоһо ла донъя күрмәне.
Шуға күрә бер мәл "актриса көҙ үк үлгән икән" тигән хәбәрҙәр ҙә таралды. Һәм бына бөгөн яңылыҡ билдәле булды. Анастасия бәйләнешкә сыҡҡан! Кисә уның тыуған көнө булған икән. Актрисаның Инстаграмындағы аккаунтында уны дуҫтары, билдәле Рәсәй йондоҙҙары һәм башҡа халыҡ ҡотлай башлаған. Һәм Настя уларға яуап биргән. Стас Михайловтың ҡатыны Иннаның ҡотлауына былай тип яҙған: “Инна, һеҙгә һәм Стасҡа иғтибарығыҙ, йылы ҡотлауығыҙ өсөн рәхмәт! Мин ҡәнәғәт ҡалдым. Һеҙҙең Настя”.
Бынан тыш, Заворотнюкты Дима Билан, Денис Клявер, Зара, Лена Ленина һәм башҡа билдәле кешеләр тәбрикләгән.
Әгәр ҡотлауҙарға ысынлап та Настя үҙе яуап бирһә, беҙ бик шат. Тимәк, уның хәле яҡшыра башлаған. Шулай булһын инде!
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас