Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әнүәр Нурғәлиевтың әсәһенең ҡаты сирләүе тураһында быға тиклем хәбәр иткәйнек. Үкенесле, кисә яратҡан йырсыбыҙҙың ҡәҙерле әсәһе вафат булған. Был ҡайғылы хәбәр тураһында йырсы үҙенең инстаграмдағы сәхифәһендә яҙған.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы әсәйем кисә китеп барҙы. Бик ауыр, әлегә ышанаһы ла килмәй. Күпме тырышһаҡ та һаҡлап алып ҡалып булманы шул» тип яҙған ул.
Яратҡан йырсыбыҙҙың ғаиләһенә сабырлыҡ, түҙемлек теләйбеҙ. Мәрхүмәнең урыны ожмахта булһын.