Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе Роксана һәм Марат Әхмәтовтар күп фатирлы йорт ихатаһында йәшәүселәр өсөн концерт ҡуйғандар.
Музыканттар балконға сығып популяр йырҙарҙы башҡара. Уларҙың тырышлығы бушҡа үтмәй, артистарҙың сығышы ихатала йәшәүселәрҙең дәррәү алҡышына күмелә, ҡушылып йырлаусылар ҙа табыла.
“Кисә балконда концерт ҡуйҙыҡ. Иҫ киткес күңелле булды. Тамашасы сығышыбыҙҙы бик йылы ҡабул итте, уларҙан бөрккән энергияға тотош районды ҡабыҙып булыр ине. Был хәл беҙҙең тарафтан уйлап сығарылмаған, бындай идеяны күтәреп алып, үҙебеҙҙең дә, күршеләрҙең дә күңелен күтәрергә булдыҡ”, - тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә Марат Әхмәтов.
Фото: социаль селтәрҙәрҙән.