Башҡортостанда ғаиләләрендә йәберләнеп, ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарҙы ваҡытлыса ҡурсалау өсөн бушлай дүрт көрсөк үҙәге эшләй.
Биналарҙа йәшәү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Иң мөһиме - үҙәктәрҙә йәбер-золомдан, көс ҡулланыуҙан зыян күргән балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәүефһеҙлеге тәьмин ителәсәк. Йәшәү, туҡланыу, белгестәрҙең хеҙмәттәре бушлай күрһәтеләсәк.
Көрсөк үҙәктәренең адрестары һәм телефондары:
«Ғаилә» республика ресурс үҙәге, (8 347)286-02-53, womendom@mail.ru, Өфө ҡалаһы, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 27/1;
«Мөмкинлек» социаль ҡунаҡханаһы, 8-800-444-19-04 (тәүлек әйләнәһенә), Өфө ҡалаһы;
«Ғаилә» көнсығыш район-ара үҙәге, (8 347 92) 3-08-72, Белорет ҡалаһы, Карла Маркс урамы, 46;
«Ғаилә» төньяҡ район-ара үҙәге, Тәтешле районы, Үрге Тәтешле ауылы, Ленин урамы, 87.
Һеҙ йәки балағыҙ коронавирустан сирләгән кеше менән аралашҡан осраҡта, (8 347) 279-91-20 телефонына шылтыратып, ошо мәғлүмәтте еткереүегеҙ һорала.