Әлнисәнең бөгөн дә йөҙө һытыҡ, моғайын, битарафтар ҙа быға иғтибар итмәй ҡалмаҫ. Хәйер, уның йылмайып-көлөп йөрөгән сағы юҡ та буғай. Юҡ-барға ҡыҙып бара, тиктомалдан әрләшә башлай, асыуын кемгә төшөрөргә белмәй инде. Барыһы ла белеп бөткән: өйөндәге талаш-тартыштан оҙаҡ арына алмай, ундағы насар кәйефте һыуытмай ғына эшкә алып килергә ғәҙәтләнгән.
Хәлен һорашҡанды ла яратмай үҙе. "Минең тормошома ҡыҫылмағыҙ, кешелә эшегеҙ булмаһын, – тип тауыш күтәрә йыуатыусыларға. - Ни ҡылһам да, үҙемдең иркемдә. Ихтыярыма ҡаршы килмәгеҙ!"
Йәшләй генә кейәүгә сыҡты ул, ләкин бер нисә йылдан иренән айырылды. Тәүге никахынан улы буй еткерә. Унан тағы берәү менән тормош ҡороп ҡараны, ҡыҙы тыуҙы. Иртә уңмаған кис уңмаҫ, кис уңмаған һис уңмаҫ тигәндәй, тормоштары ыңғай барманы. Бер-береңде битәрләү, талаш-һуғыш... Ахыр сиктә ир эскегә һабышты һәм үлеп ҡуйҙы.
– Яңғыҙлыҡтан туйҙым, йәнә бер ирҙе фатирыма индереп алдым әле, – тине Әлнисә бер осрашҡанда. – Дөрөҫөрәге, гражданлыҡ никахы менән йәшәйбеҙ. Уңырмынмы-туңырмынмы? Өҙөп кенә әйтә алмайым. Бәхетемде тағы бер тапҡыр һынап ҡарайым әле...
– Һәр кем бәхетенә үҙе юл яра, саҡ ҡына һығылмалы бул, иреңә иптәш, дуҫ итеп ҡара, уның һүҙен өҫтөн ит, гел генә кемделер ғәйепле итергә ярамай ҙа инде, – тип кәңәш бирҙе яҡын күргән ҡатындар.
Был ҡатынға тулы бәхет өсөн нимә етмәй? Хөрмәтле дуҫтар, ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?