Йәмғиәт
9 Апреля 2020, 13:30

Документтарҙы тапшырырға ла, алырға ла мөмкин

Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе күрһәтеү буйынса “Минең документтарым” офистары 6 апрелдән алдан яҙылыу буйынса эшләй.

Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе күрһәтеү буйынса “Минең документтарым” офистары 6 апрелдән алдан яҙылыу буйынса эшләй.
Шулай итеп, документтарҙы тапшырырға һәм алырға мөмкин. Контакт-үҙәктең +7 (347) 246-55-33 һәм +7 (927) 33-33-100 телефондарына шылтыратып, күп функциялы үҙәктәрҙең рәсми сайтындағы (mfcrb.ru) шәхси кабинетҡа инеп йәки ошо рәсми сайттың онлайн-консультантына мөрәжәғәт итеп, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының дәүләт порталы (gosuslugi.bashkortostan.ru) аша алдан яҙылып була.
Тик 6 апрелдән 30 апрелгә тиклем “Минең документтарым” офистары күрһәткән дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәре исемлеге ҡыҫҡартылған. Был хаҡта тулыраҡ “Хеҙмәттәр каталогы” бүлегенең “Хеҙмәттәр” бүлегендә тулыраҡ таныша алаһығыҙ.
Әйткәндәй, күп функциялы үҙәктәрҙең барлыҡ офистарында ла биналар дезинфекциялана. Ойошманың барлыҡ хеҙмәткәрҙәре лә шәхси һаҡланыу саралары – битлектәр һәм бирсәткәләр – менән тәьмин ителгән.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас