Йәмғиәт
10 Апрель 2020, 13:46

Олатайым менән ғорурланам!

Беҙҙең бәйгелә өлкәндәр генә түгел, мәктәп уҡыусылары ла ҡатнаша ала. Йәш буйынса сикләү юҡ. Берҙән-бер шарт – фотоһүрәттәр ҡыҙыҡлы һәм сифатлы булһын.

Беҙҙең бәйгелә өлкәндәр генә түгел, мәктәп уҡыусылары ла ҡатнаша ала. Йәш буйынса сикләү юҡ. Берҙән-бер шарт – фотоһүрәттәр ҡыҙыҡлы һәм сифатлы булһын.


Әле тәҡдим иткән эштәр Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән Арсен Сәхиевтеке. Ул баш ҡаланың 136-сы башҡорт лицейында VII класта белем ала. Малай баш ҡаланан булһа ла, фотола­рының бөтәһе лә ауылдан. Бының сере ябай – ул Баймаҡ районында йәшәгән олатаһы менән өләсәһенә йыш ҡайта һәм шул яҡтарҙың тәбиғәтен фотоға төшөрөргә ярата икән.


– Мин 12 йәштән фотоға төшөрөү менән ныҡлап мауыға башланым. Бигерәк тә Ирәндек буйын, көҙгөләй ялтырап ятҡан Талҡаҫты, яҙ тәбиғәт уянған мәлде төшөрөргә яратам. Аттарҙы, ғөмүмән, йорт хайуандарын яҡын күрәм, шунлыҡтан күберәк улар янында уралам һәм, форсат сыҡһа, фотоаппаратыма теркәйем, – ти Арсен.


Арсендың эштәре араһында ветеранды һүрәтләгән берәү бар. “Ул – ҡартатайым Оморҙаҡ Әүәлбаев, тыл ветераны. Минең кеүек йәштә һуғыш башланған, ул ауыр тип тормаған, фронт өсөн тырышҡан, улар һал ағыҙған. Ҡартатайым был турала беҙгә, ейәндәренә, һөйләргә ярата. Йәше оло булһа ла, ул аҡыллы һәм зирәк. Уның һөйләгәндәрен ауыҙ асып тыңлайбыҙ, хәтеребеҙҙә ҡалдырырға тырышабыҙ. Ошо көндәрҙә уға Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата өйгә килеп миҙал тапшырҙылар. Уның менән ғорурланам!” – ти Арсен.


Дуҫтар, һеҙ ҙә бәйгенән ситтә ҡалмағыҙ! Бер нисә матур фото­һүрәтегеҙҙе alfia.85@bk.ru йәки bashkortostan.gazeta@mail.ru элек­трон адрестарына “Йә­шә­йеш – ул үҙе бер миҙгел!..” фотоконкурсына” тигән билдә менән ебәреүегеҙ һорала. Шарттар буйынса, һеҙҙән хозур тәбиғәт күренештәре, замандаштар, йән­лектәр, төрлө мәлдәр сағыл­ды­рыл­ған матур, йәнле эштәр көтәбеҙ. Шулай уҡ автор тура­һында ҙур булмаған мәғлүмәт тә ебәрегеҙ. Фотобәйгелә еңеүсегә бүләк тапшырыласаҡ.
Читайте нас