Йәмғиәт
10 Апреля 2020, 11:00

Республикабыҙ – алдынғы тиҫтәлә

Урындағы халыҡтың йәмәғәт киңлектәрендәге үҙгәрештәргә бәйле фекере лә баһаланған.

Башҡортостан 2019 йылда “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу буйынса төбәктәр рейтингында һигеҙенсе урынды яуланы.
Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, Мәскәү өлкәһе, 132 балдың 87-һен йыйып, рейтингта беренсе урынға лайыҡ булған. Икенселә – Калуга өлкәһе (86 балл), өсөнсөлә – Тула өлкәһе (84 балл). Сарала бөтәһе 84 төбәк ҡатнашҡан.
Ведомство эксперттары рейтингты 35 күрһәткес буйынса төҙөгән. Унда төҙөкләндереүҙе башҡа программалар менән берлектә тормошҡа ашырған муниципалитеттар өлөшө, уңайлы ҡала мөхите булдырыу йәһәтенән иң яҡшы проекттар күләме, компетенция үҙәктәре ойоштороу иҫәпкә алынған. Урындағы халыҡтың йәмәғәт киңлектәрендәге үҙгәрештәргә бәйле фекере лә баһаланған.
Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, былтыр республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән ғәмәлгә индерелгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проектына ярашлы 140-тан ашыу парк һәм сквер, 500-гә яҡын ихата төҙөкләндерелгән. Шуға күрә Башҡортостандың лидерҙар иҫәбенә инеүе ғәжәп түгел.
Төбәктәге биш муниципалитетың бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу йәһәтенән иң яҡшы проекттарҙың Бәтә Рәсәй конкурсында еңеүе лә күп нимә тураһында һөйләй. Республиканан 11 ҡала һәм ауыл конкурста ҡатнашыуға ғариза яҙған. Шуларҙан “Николо-Березовка. Өйгә ҡайтыу”, “Ағиҙел тулҡындары”, “Дүртөйлө. Яңы энергия”, “Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы” (Яңауыл) һәм “Ҡайынлы тракт” (Мәләүез) проекттары еңеүсе тип танылды. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыуға Башҡортостан 319,5 миллион һум аҡса алды.
Фото: zhilstroynadzor.bashkortostan.ru

Читайте нас