Һаулыҡтан да ҙур байлыҡ юҡ. Ошо үтә ҡәҙимге тойолған әйтемдең тәрән айышына, йәшәйештең иң оло хәҡиҡәттәренең береһе икәнлегенә көндән-көн нығыраҡ төшөнәбеҙ буғай.
Коронавирус тигән афәт менән кешелек күҙмә-күҙ осрашты: күренмәгән дошман йәшен тиҙлегендә тормошобоҙға килеп инде, уны тулыһынса үҙгәртеп кенә ҡалманы, бөтмәҫ-төкәнмәҫ донъя ығы-зығыһына башҡасараҡ ҡарарға, яҡындарҙың ҡәҙерен нығыраҡ белергә, юҡ-барға көймәҫкә өйрәтте. Сөнки беҙ бирешмәҫкә, ошо оло һынауҙы бергәләп еңергә тейеш.
7 апрелдә коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән онлайн форматта үткәрелгән сираттағы брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһындағы хәлгә асыҡлыҡ индергәйне.
Мәғлүм булыуынса, был аҙнала учреждение тулыһынса карантинға ябылды. Был кәмендә ике аҙна дауам итәсәк, тинеләр. 1200 самаһы кеше (600 самаһы пациент һәм шул тиклем үк персонал) бинала бикле ҡалды. Улар барыһы ла һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән, ял урындары булдырылған, аҙыҡ-түлек һәм башҡа тормош кәрәк-яраҡтарын дауаханаға алып барыу мәсьәләләре тормошҡа ашырыла, тинеләр. Әйтергә кәрәк, ошо шарттарҙа ла табиптар пландағы эштәрен дауам итте.
– Был үткән ял көндәрендә ике ай самаһы ошо учреждениела дауаланып, ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоуы сәбәпле вафат булған оло йәштәге пациенттың үлеменә бәйле. Уның коронавирус инфекцияһына алынған анализдары һөҙөмтәһе билдәле булды – ул ыңғай. Әлеге ваҡытта Роспотребнадзор менән берлектә ошо пациент менән бәйләнештә булған, уға килеп йөрөгән барлыҡ кешеләр асыҡлана. Барыһына ҡарата карантин саралары күреләсәк, – тигәйне Максим Забелин.
Министр әйтеүенсә, коронавирус инфекцияһына анализды, бөгөнгө талаптарға ярашлы, пневмония һәм башҡа киҫкен респиратор инфекция билдәләре булған һәр кемдән алалар. Был – мотлаҡ процедура. Хроник сирҙәрҙән яфаланған оло йәштәге инәйҙең организмында коронавирус барлығы барыһы өсөн дә көтөлмәгән хәл, тип билдәләне ведомство етәксеһе.
Әлеге ваҡытта кемдең был дауаханаға ҡағылышы бар – пациенттарҙан да, персоналдан да, сирлеләр янына килеп йөрөүселәрҙән дә коронавирус инфекцияһына анализ алыуҙар дауам итә. Тиҙҙән уларҙың һөҙөмтәләре билдәле буласаҡ. Әйтергә кәрәк, был процедура өс тапҡыр башҡарыла.
Ведомство етәксеһе белдереүенсә, республика клиник дауаханаһында вафат булған пациенттың үлем сәбәбе инфекция менән бәйле булмағас, әлегә Башҡортостанда коронавирустан һәләк булған кеше бар тип әйтергә урын юҡ. Был мәсьәлә, әлбиттә, табиптарҙың яуаплылығында, артабан да уға асыҡлыҡ индереләсәк.
Шул уҡ ваҡытта, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы тулы карантинға ябылыуҙың тәүге төнөндә үк дауахананың баш табибы Эльза Сыртланова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙма ҡалдырып, табиптарҙың коронавирусҡа тапшырған анализдарының тәүге һөҙөмтәләрен иғлан иткәйне. Әйтеүенсә, ике табипта COVID-19 табылмаған.
“Әлеге мәлдә беҙҙең дауахана тирәләй имеш-мимеш күбәйҙе. Тәү сиратта коллективҡа рәхмәт әйтәм, сөнки улар әлеге хәлде аңлап ҡабул итә. Эйе, 6 апрелдән коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән эпидемияға ҡаршы саралар күреү өсөн беҙҙең эшмәкәрлек туҡтатылды. Барлыҡ хеҙмәткәрҙәр, пациенттар менән бергә тейешле күрһәтмә булғанға тиклем дауахана эсендә ҡала. Ысынлап та, бер нисә хеҙмәткәребеҙ пневмония һәм коронавирусҡа шик менән инфекция дауаханаһына оҙатылды. Әммә әле икеһенең һөҙөмтәһен алдыҡ – уларҙа вирус юҡ! Артабан башҡа һөҙөмтәләрҙе көтәбеҙ!” – тип яҙҙы Эльза Сыртланова.
Баш табип шулай уҡ табиптарҙың көндәлек эшен башҡарыуын, операциялар яһауын, документация менән эшләүҙе дауам итеүен белдерҙе.
Кисә иһә тағы шул мәғлүм булды: дауаханала ҡаты карантин режимын үҙгәртеүҙәре ихтимал. Был хаҡта “Эхо Москвы Уфа” каналы эфирында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова белдергән. Әйтеүенсә, унда Covid-19 вирусына анализдары ыңғай булғандарҙы Дим биҫтәһендәге йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына күсергәндәр, ә кемдәрҙә инфекция билдәһе юҡ – өйҙәренә ҡайтарғандар. Персоналдың бер өлөшө, һис шикһеҙ, дауаханала ҡала, эшен башҡара. Анализдар һөҙөмтәһе билдәле булыу менән хәлдәр артабан көйләнәсәк.
Күңелде ҡырған хәбәр шаршамбыла Өфөләге Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһынан да килде: уны эшкәртеүгә яптылар. Был турала медицина ойошмаһының баш табибы Ирина Карамова хәбәр итте. Сәбәбе – дауаханала ятҡан бер кешенең COVID-19 менән сирләү ихтималлығы. Күрһәтмәләргә ярашлы, был пациентты йоғошло ауырыуҙар стационарына күсергәндәр, башҡа пациенттарҙы ла Өфөләге бүтән медицина ойошмаларына ебәргәндәр.
Шулай уҡ Бөрөлә, Бәләбәйҙә, Октябрьскийҙа ла дауаханалар өлөшләтә йә тулыһынса карантинға ябылған. Сибайҙа ла коронавирус менән сирләүсе кеше барлығы асыҡланған.
...Нисек кенә булмаһын, был үтә ауыр осорҙа республиканың төп дауаханаһы һәм башҡа стационарҙар коллективтарына, учреждениеларҙағы пациенттарға, барыһының яҡындарына иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ һәм был ҡатмарлы көндәрҙе имен-һау, лайыҡлы үтерҙәр, тип ышанабыҙ.
Шул уҡ ваҡытта халыҡты яңы тормош шарттарына яраҡлашыу мәсьәләләре борсой, үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы күптәрҙә бихисап һорауҙар тыуҙыра. Онлайн брифингтарҙа улар йыш яңғырай. Мәҫәлән, күптәр тышҡа бала менән саф һауа һуларға сығырға яраймы тип борсола. Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, эйе, мөмкин, әммә һаҡланыу сараларын күреү зарур. Белгес, беренсенән, баланы, миҙгелгә ҡарап, дөрөҫ итеп кейендерергә кәрәк, тине. Икенсенән, кеше булмаған урында битлек кейеү мотлаҡ түгел. Кешеләргә 1,5-2 метр яҡын килмәҫкә. Өсөнсөнән, йорттан 150 метрҙан алыҫыраҡ китергә ярамай.