Йәмғиәт
11 Апреля 2020, 18:15

Нисек "әсәй" тип әйтәйем?

Ул минән өс йәшлек сағымда баш тартҡан. Имеш, аҫрай алмай, фатир бәләкәй, уңайлы шарттар юҡ. Ә хәҙер килеп...

Минең исемем Рәмил. 18 йәштәмен. Кем менән булһа ла һөйләшеп, күңелемде бушатҡым килә...
Өс йәшлек сағымда әсәйем минән баш тартҡан. Имеш, аҫрай алмай, фатир бәләкәй, уңайлы шарттар юҡ һәм башҡа сәбәптәр. Һәр хәлдә, мин уның яҙмышында ҡотолғоһоҙ кәртә булғанмын. Бер нисә мәртәбә балалар йортона килгәнен хәтерләйем, аҙаҡ бөтөнләй юғалды. Юҡҡа ғына уның килгәнен көтөп тәҙрәгә маңлай терәп ултырғанмын. 12-13 йәштәрҙә иһә төңөлдөм. Уға минән башҡа ла йәшәүе рәхәт, ниңә кәрәкмен?
Балалар йортонан һуң тиҫтерҙәрем араһынан бер үҙемә университетҡа инеү бәхете тейҙе. Уҡыу араһында эшләргә лә тура килде. Зарланмайым, үҙаллы йәшәргә өйрәнгәнмен. Көтмәгәндә социаль селтәрҙә әсәй тигән кешенең мине эҙләгәнен күреп ҡалдым. Аяҙ көндә йәшен атҡандай тойолдо был хәл. Икеләнһәм дә, уға хәбәр ебәрҙем.
Минең күҙ алдымда гел сибәр, зифа буйлы булып һынланған әсәй ныҡ ҡына үҙгәргән, тормошо еңелдән булмағандыр инде, хатта йәлләү тойғоһо уянды. Үҙе илай, ташлап киткәненә үкенә, ғәфү итеүемде һорай. Күңелемдән мин уны күптән ғәфү иткәнмен, тик үҙен бер нисек тә “әсәй” тип атай алмайым. Эргәһендә йәшәүемде үтенде. Ризалаштым. Ауыр кисерештәрен күреп, һүҙен бер нисек тә йыға алманым. Ситтән ҡарағанда, барыһы ла яҡшы, үпкәләр онотолған, яйланған һымаҡ, шулай ҙа бер тапҡыр ҙа уға “әсәй” тип әйткәнем юҡ. Телем әйләнмәй. Әллә әсәй йылыһын , иркәләүен тойоп үҫмәгәнгә... Бик ҡөҙрәтле һүҙ икән ул!
(Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән егеттең һөйләгәндәренән).
Фото: i.ytimg.com
Читайте нас