Күптәрҙең кумиры, яратҡан йырсыһы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей), баҡһаң, юл ҡағиҙәләрен йыш боҙа икән. Был хаҡта "Новости Уфы сегодня" хәбәр итә. Унда Суд приставтары федераль хеҙмәте сайтынан мәғлүмәттәр ҙә килтерелгән.
Унда билдәләнеүенсә, Радик Юлъяҡшин исеменә 88 үтәүҙе талап иткән эш бар. Штрафтар төрлөсә: 500 һумлыҡтары ла етерлек, 2000-5000 һум да сәпәгәндәр. Етмәһә, күбеһе түләнмәгән дә.
Бындай күренеш билдәле күп кенә "йондоҙ"ҙарға хас. Гастролдәр графигы тығыҙ, донъя мәшәҡәттәренә ваҡыттары етмәй. Әммә әле изоляцияла ултырғанда ваҡыт күп, бар нәмәне күҙҙән үткәреп, Радик та бурыстарын түләп ҡуйғандыр, тип ышанайыҡ.
Фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтан.