Йәмғиәт
14 Апреля 2020, 06:00

Телен тыймағас...

Плитәне ҡабыҙып, кәстрүлде ҡуйғас, иҫерек ҡатын йоҡоға талған була.

Салауат ҡалаһында йәшәгән ҡатын полиция хеҙмәткәрҙәрен һүгеүҙә ғәйепләнә.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, төн уртаһында полицияға күп фатирлы йорттарҙың береһендә төтөн сығыуы тураһында хәбәр килә. Патруль-пост һәм тәфтиш төркөмө адрес буйынса йүнәлтелә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре фатир хужабикәһен саҡ уяталар. Плитәне ҡабыҙып, кәстрүлде ҡуйғас, иҫерек ҡатын йоҡоға талған була. Әммә бәләнән аралаусыларға рәхмәт әйтеү урынына, ҡатын уларҙы яман һүҙҙәр менән һүгә башлай.
44 йәшлек янъялсы ҡатынға ҡарата власть вәкилен һүккәне өсөн енәйәт эше ҡуҙғатыла. Суд теленә хужа була алмаған ҡатынды биш айға холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп итте.
К. Калинина фотоһы.
Читайте нас